Пакистан АҠШ-ты ғәфү итерме?30.11.2011
Пакистан хөкүмәте АҠШ-ҡа һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына протест менән мөрәжәғәт итте. Ошо көндәрҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәрби-Һауа көстәре Пакистан сигендәге блокпосҡа һөжүм иткән. Һөҙөмтәлә 25 хәрби һәләк булған, 14 кеше төрлө тән йәрәхәте алған.
Пакистандың Премьер-министры Сәйет Йософ Раза Ғиллани был һөжүмде “илдең суверенитетына ҡул һуҙыу” тип баһалай. Исламабад Вашингтонға артабан “Шамси” авиабазаһын ҡулланырға бирмәйәсәген белдерҙе, уны 15 тәүлек эсендә бушатырға ҡушҡан. Шулай уҡ Афғанстанға автомобиль маршруттарының ябыласағын да иҫкәрткән.