СПИД-ты ла ауыҙлыҡларға булалыр...02.12.2016
1986 йылдың 16 декабрендә мин КПСС Үҙәк комитетына СССР-ҙа СПИД сире таралыуға юл ҡуймау ысулдары хаҡында хат-тәҡдим менән мөрәжәғәт иттем. Бер аҙҙан миңә: “Һеҙҙең хат партия Үҙәк комитетының һәм Совет Хөкүмәтенең контроленә алынды”, – тип яуап бирҙеләр.
1987 йылдың 23 авгусында СССР Юғары Советы Президиумының Бойороғо ҡабул ителде. Был Бойороҡ хат-тәҡдимемә яуап булды. Миңә һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзына Совет Хөкүмәте рәхмәт белдерҙе.
Үҙемә килгәндә, оҙаҡ йылдар үләндәр менән дауалау, заманса әйткәндә, фитотерапия менән шөғөлләнәм. Уңыштарым етерлек, бигерәк тә бөйөр сирҙәрен дауалауҙа. Уларҙы шартлы рәүештә СПИД сире менән дә сағыштырҙым: икеһенең дә сығанағы – вирустарҙа.
Мин оҙаҡ йылдар дауамында һыналған, өс үләндән торған һығынты (настойка) эшләйем. Үләндәрҙең ҡайһы берҙәрен Тянь-Шань тауҙарына барып, кеше аяғы баҫмаған урында йыям – мөғжизәле үҫемлек шунда ғына үҫә. Һығынты сирле кешеләрҙең бөйөрөн таҙарта, иммунитетын яҡшырта, иң мөһиме: организмдан һары һыуҙы вирустар менән бергә сығара. Минең ярҙамым менән аяҡҡа баҫҡан сирлеләр бихисап.
Ошо уҡ һығынтыны лейкоз (ҡан сире) менән ауырығандарҙы дауалау өсөн дә файҙаландым. Бер сирле апай дауаханала, гематология бүлегендә ята ине. Ул мин эшләгән дарыуҙы ҡулланғандан һуң, лейкоз артҡа сигенде, тәндәге шештәре ҡара ҡан булып сыҡты. Апай һауыҡты, аяҡҡа баҫты.
Йәш сағында хәрби хеҙмәттә нурланыу алған бер ағай шулай уҡ ҡан сиренән яфалана ине, шештәр тәненә таралып, ҡулдары тотмаҫ сиккә еткәйне. Һығынты менән бер нисә курс дауаланыу үткәс, тәне таҙарҙы, ул хатта руль артына ултырҙы.
Был уңышлы тәжрибәләрҙән һуң дарыуымды ВИЧ инфекцияһы менән яфаланғандарҙы дауалау өсөн файҙаланып ҡарарға булдым. Бер сирле наркоман, эскесе дауаланырға ризалығын бирҙе. Ул шулай уҡ С гепатиты менән дә ауырый ине. Анализдар буйынса, уның организмындағы вирус күрһәткесе – 760000, таҙа күҙәнәктәре 406 ғына берәмек тәшкил итә ине.
Беренсе курс дауалауҙан һуң был ирҙең вирус күрһәткесе 30000-гә төштө, таҙа күҙәнәктәре 620 берәмеккә тиклем артты. Әле ул дауаланыуҙы дауам итә.
Башҡорт халыҡ медицинаһында “сирҙе тәндән сығарырға”, “һары һыуҙы сығармайынса, һауыҡмайһығыҙ”, “ҡара ҡандан таҙартырға” тигән тәрән мәғәнәле һүҙҙәр бар. Минең үлән менән дауалау өлкәһендә үткәргән уңышлы тәжрибәләрем халҡыбыҙҙың был аҡыллы фекерен раҫланы. Иманым камил – ауыр сирҙәрҙе еңеү юлдары бар. Мәғлүмәт алғығыҙ килһә, телефоным редакцияла.
Рәшит НИЗАМОВ,
яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.