Беҙ студент саҡта, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, дауалап булмаған ҡот осҡос сир тураһында береһенән-береһе имәнес хәбәрҙәр ишетелә торғайны. Интернет таралмаған, телевидение сығыштары сикләнгән осорға ярашлы, ябай кешегә күренмәгән “дошмандың” хәүеф кимәлен билдәләү мөмкин дә булмағандыр, моғайын... “Африканан килгән СПИД сире тиҙ генә йоға ла, тиҙ генә кешене үлтерә” һымағыраҡ ине улар. Әммә был күренмәгән афәт күпкә ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелек донъяһы уның алдында һаман да көсһөҙ, инфекцияны еңеү әмәле юҡ. Әлбиттә, ваҡытында тейешле дауа алғандар, табиптар ҡушҡан тормош рәүеше алып барғандар иммунодефицит сире менән яғалаша-яғалаша, ғүмерен бер нисә йылға оҙайтыуы ихтимал. Мәгәр, уларҙың яҙмышы барыбер билдәле...
ВИЧ-тан ҡотолоуҙың бер генә юлы бар: һаҡланырға. Ә СПИД йоҡламай! Бер нисә йыл элек ҡурҡыныс сир, нигеҙҙә, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусыларҙың һәм наркомандарҙың өлөшөнә төшкән көмөш тип иҫәпләнһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡалып күптән урынһыҙ: ВИЧ-ҡа социаль мөхиттең барлыҡ баҫҡыстарында тороусылар ҙа дусар, унан тыш, сирлеләр тапҡан сабыйҙар тыуа-үҫә тора. Ә бит хәҙер мәғлүмәти ҡытлыҡ юҡ, һаҡланыу саралары бихисап, халыҡтың да был йәһәттән белем кимәле юғарыраҡ кеүек... Тик факттар икенсене һөйләй, ә ҡайһы бер белгестәр күптән саң ҡаға: илдә ВИЧ-инфекция эпидемияһы башланған, Рәсәйҙәге һәр 100-сө кеше ошо сиргә дусар! Рәсми сығанаҡтар бының менән ризалашмаһа ла, уйланырға урын бар.
Октябрҙә иһә күрше Екатеринбургтан иҫ китерлек яңылыҡ килде – ҡалала һәр 50-се кеше ВИЧ менән сирле, шуға бәйле ҡалала эпидемия иғлан ителгән. Рәсми сығанаҡтар буйынса, 100 мең кешегә 1826 сирле тура килә, тимәк, мегаполиста йәшәгәндәрҙең 1,8 проценты (26 693 кеше) дауалап булмаған ауырыу йоҡторған. Ә иҫәптә тормағандарҙың һаны күпме икәнлеген кем белә? Иң аяныслыһы шунда: бындай хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрше өлкәгә генә хас түгел, сирлеләр шулай уҡ күрше Ырымбур өлкәһендә лә, Башҡортостанда ла күп.
Һандарға мөрәжәғәт итәйек: республикала ВИЧ вирусын йөрөтөүселәр 1987 йылдан рәсми теркәлә бара. Ошо осорҙа төбәктә 25 293 сирле, ағымдағы йылдың туғыҙ айында вирус йөрөтөүсе 2 175 кеше асыҡланған, ә әлеге ваҡытта төбәктә йәмғеһе 18 449 сирле көн итә. Был Башҡортостанда йәшәүсе 100 мең кешегә 53, 41 ВИЧ инфекциялы тура килә тигән һүҙ.
Киҫкен хәл Күмертау, Салауат, Нефтекама, Өфө ҡалаларында, Ишембай, Благовещен, Белорет райондарында, Межгорье автоном территориаль берәмегендә һаҡлана.
ВИЧ йоҡтороусыларҙың йәшенә килгәндә, яңы асыҡланған сирлеләр араһында 31-40 йәшлектәр – 47,86, 21-30 йәштәгеләр – 24,7, 41-50 йәшлектәр – 17,7 процент.
Һәр ваҡыттағыса, ВИЧ йоҡтороуҙың төп сәбәбе – енси бәйләнеш (69,5%), икенсе урында – инъекция юлы (28,9%; наркомандар ысулы).
ВИЧ инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән төрлө саралар үткәрелеп тора. Миҫал өсөн, ошо көндәрҙә, Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә ярашлы, Рәсәйҙә һәм республикала бихисап саралар планлаштырылған. Юғары уҡыу йорттары студенттары һабаҡташтары алдында сығыш яһаясаҡ, асыҡ дәрестәр уҙғарасаҡ, мәктәптәрҙә юғары класс уҡыусылары араһында уйын формаһында конкурс-квест үтәсәк, был үҫмерҙәрҙең мәғлүмәтлелеген арттырасаҡ.
Шулай уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында “ВИЧ/СПИД туҡта” (“Стоп ВИЧ/СПИД”) Бөтә Рәсәй акцияһы хаҡында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Акцияла дәүләт эшмәкәрҙәре, табиптар менән бергә билдәле сәнғәт-мәҙәниәт әһелдәре, сәхнә йондоҙҙары, йәш быуын кумирҙары ҡатнаша. Уларҙың маҡсаты – үлемесле инфекция хаҡында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт еткереү, ВИЧ эпидемияһын иҫкәртеү.