Өсөһө лә бер һөнәрле02.12.2016
Өсөһө лә бер һөнәрле
Өсөһө лә бер һөнәрле
Өсөһө лә бер һөнәрле
Ауыл малайҙарының ҡайһыһы ғына шофер булырға хыялланмай икән?! Ысынлап та, күптәренең теләге тормошҡа аша. Красноусолда йәшәгән бер туған Фәнир, Фәнүр, Марсель Фәтҡуллиндар ҙа бәләкәй саҡтарында хыял итеп һайлаған был һөнәргә ғүмерҙәре буйына тоғро ҡала.
Яҙмыш уларға автомобиль рулен тот­торған, водитель һөнәрен һайлап улар бер ҙә яңылышмаған. Хәҙер Фәтҡул­линдар династияһының хеҙмәт стажы 30 йылдан ашыу тәшкил итә.
Биҙәүләт ауылында Миңлегөл менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Имаметдин Фәтҡуллиндарҙың ишле ғаиләһендә биш ҡыҙ араһында өс таған булып буй еткерә Фәнир, Фәнүр, Марсель. Тыуған ауылдары мәктәбендә башланғыс белем алып, артабан уҡыуҙарын Сәйетбабала дауам итәләр. Мәктәпте тамамлағас иһә һәр ҡайһыһы Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайта. Фәнир Смоленскиҙа водитель булып хеҙмәтен тултырһа, Фәнүр менән Марсель Тымыҡ океанда Хәрби-диңгеҙ флотында өс йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Артабан ағайҙары – Стәрлетамаҡта, ә ике энекәш элекке 130-сы һөнәрселек училище­һында шофер һөнәрен үҙләштерә. Фәнир менән Фәнүр хеҙмәт юлын – Красноусол быяла заводында, ә Марсель ОРС-та водитель булып башлай.
Имаметдин уландарынан иң өлкәне Фәнир ҙур тәжрибәгә эйә булып, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән. Өс йыл инде Курорт мәктәбе автобусы водителе булып эшләй. Тормош иптәше Миләүшә менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн өс ейән­сәр, бер ейәндең яратҡан олатаһы ла ул.
30 йыл ғүмерен Красноусол автотранспорт предприятиеһында пассажирҙар ташыуға арнаған Фәнүр – автобус водителе. Уның тырыш хеҙмәте район, республика, Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Фотоһүрәте “Башавтотранс” ДУП-ының Маҡтау таҡтаһына эленгән. Шәф­ҡәт туташы булып эшләгән ҡатыны Гөл­нара менән ике ул тәрбиәләп үҫте­рәләр.
Алдынғы водитель хәҙер район юл төҙөлөш-ремонт идаралығында “КамАЗ” автомашинаһында эшләй. Төрлө урын­дарҙа ярайһы тәжрибә туплаған Марселде Красноусол автотранспорт пред­приятие­һына ҡуш ҡуллап эшкә ҡабул итәләр. Бында хеҙмәт юлын башлауына ла алты йыл булып киткән. “НефАЗ” автобусында “Красноусол” шифаха­наһы эшселәрен ташыуҙы уға ышанып тап­шырғандар. Марсель тормош юлдашы Гөлфиә менән ике ҡыҙ үҫтерә.
Ҡыҫҡаһы, Фәтҡуллиндарҙың барыһы ла, үҙ һөнәре нескәлектәрен төплө бел­гәнлектән, коллективтарында ла абруй ҡаҙанып, үҙ кешегә әйләнгән, ғаиләләрендә лә ихтирамлы ғаилә башлыҡтары. Улар хаҡында халыҡ араһында ла, етәкселектән дә тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөмкин.



Вернуться назад