Йәнә штраф сәпәгәндәр...02.12.2016
“Росгосстрах” компанияһының Башҡортостандағы йәнә бер хеҙмәткәренә страховкалау договорын төҙөүҙән нигеҙһеҙ баш тартҡаны һәм өҫтәмә хеҙмәттәрҙе көсләп таҡҡаны өсөн штраф һалынды.
Әйткәндәй, был хәлде компанияның урындағы офисына ОСАГО килешеүен төҙөргә килгән Ҡариҙел ауылында йәшәгән ханым видеоға төшөргән. Страховка фирмаһы хеҙмәткәре, автомобиль хужаһы торлағын страховкаламай тороп, әлеге килешеүҙе рәсмиләштереүҙән баш тартҡан.
Видеояҙманы ҡатын прокуратураға тапшырған. Әле компания хеҙмәткәренә ҡарата административ эш ҡуҙғатылған, Ҡариҙел офисы етәксеһенә 20 мең һум штраф һалынған.
Башҡортостан Прокуратураһы мәғлүмәттәренән.