Яңы бензин02.12.2016
Рәсәй автоһәүәҫкәрҙәре бензиндың “Евро-4” һәм “Евро-5” тигән төрҙәренә ғәҙәтләнеп өлгөрмәне, уларға алмашҡа яңыһы барлыҡҡа килде.
“Евро-6” тип аталған экологик йәһәттән юғары стандартлы бензинды “ЛУКОЙЛ” компанияһы етештерә башлаған. Йәмғиәт башлығы Вагит Алекперов яңыраҡ ошо хаҡта белдергән. “Был яңылыҡ – баҙар талабы, киләсәктә ошондай юғары сифатлы яғыулыҡҡа һорау ҙур буласағы асыҡ күренә”, – тигән ул. Бензин тирә-яҡ мөхиткә зарарлы матдәләрҙе аҙ сығарыуы менән үҙенсәлекле.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә 2015 йылдың 1 сентябренән “Евро-5” бензины менән һатып алыусылар тулы ҡеүәткә тәьмин ителә башланы. “АвтоВАЗ” компанияһының “Kalina”, вездеход кеүек Европа илдәренә оҙатыу өсөн тәғәйенләгән ҡайһы бер өлгөләре бөгөндән үк “Евро-6” стандартына яраҡлаштырып етештерелә.
Рәсәйҙә сығарылған бензиндың 3,7 миллион тонна самаһы экспортҡа оҙатыла. Тап шуға ла сифатлы яғыулыҡҡа ихтыяж сит илдәрҙә ҙур буласаҡ, ти белгестәр. Әлегә Рәсәйҙә “Евро-6”-ны ҡулланыу буйынса бер ниндәй талап юҡ. Уның бер литры күпме торасағы ла билдәһеҙ. Нимә генә тимә, бензиндың хаҡы уға өҫтәлгән төрлө һалымдар менән билдәләнә. Әйткәндәй, ташламалар индерелә ҡалһа, бензиндың хаҡы башҡа маркаларҙан арзаныраҡ булыуы ла ихтимал.