Беләһеңме?02.12.2016
Дәүләт автоинспекцияһы белдереүенсә, Рәсәй юлдарында йөрөү өсөн теркәлгән автомобилдәрҙең һаны
56 миллиондан ашып киткән. Бөтәһе 44 миллион – еңел,
6 миллион самаһы – йөк автомашинаһы,
2 миллион – мотоцикл. Былтырғы менән сағыштырғанда, илдә теркәлгән “тәгәрмәстәр”
45 процентҡа артҡан. Һуңғы 10 йылда ил автопаркы
65 процентҡа үҫкән.
* Теркәлгән барлыҡ машиналарҙың 25 миллионы – сит илдә, 6 миллионы үҙебеҙҙә етештерелгән. 3 миллиондан ашыу “тимер ат”тың руле уң яҡта.
* 2035 йылға донъяла машиналар һаны 1 миллиард 700 миллионға етәсәк. Төп өлөш башлыса Ҡытай иҫәбенә тура киләсәк. Унда 20 йылдан автомобилдәр бөгөнгө 60 миллиондан 400 миллионға артасаҡ тип көтөлә. Бының өсөн төплө ерлек бар. 2000 йылда илдә һәр мең кешегә ни бары дүрт машина тура килһә, 2010 йылға был һан ҡырҡҡа еткән.
* Бынан тыш, Һиндостанда ла “ҡорос ат”тарҙың баһаһы үҫә. Бөгөн бында 14 миллион машина булһа, 2035 йылға 160 миллионға етеүе мөмкин.
* Белгестәр әйтеүенсә, 20 йылдан барлыҡ һатылған автомобилдәрҙең 3 проценты самаһы тәбиғи газда эшләйәсәк. 4 проценты – электр утында, 20 проценты – гибридта.
* Шулай уҡ донъяла 16 миллион километр оҙонлоғонда яңы юл төҙөләсәк. Ул дәүләткә 20 триллион долларға төшөр тип көтөлә.