Закон бар ул, бар!02.12.2016
Илдең Юғары суды мөһим ҡарар ҡабул итте. Хәҙер юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған тип законһыҙ рәүештә протокол тултырылған, шул иҫәптән килтерелгән әхлаҡи зыян өсөн шоферҙар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән компенсация түләтә ала.
Бығаса юлда тәртип боҙмағанын иҫбатлаған кеше бары үҙенең хаҡлы булыуын иҫбатлау менән сикләнде. Бынан тыш, автомобиль танытмаһын кире ҡайтарып алды, йәнә ҡабаттан юл хәрәкәтендә ниндәйҙер ғәйебе менән эләгә ҡалһа, яуаплылыҡ ул тиклем үк ҡаты булманы.
Әлбиттә, былар барыһы ла еңелдән бирелмәй: үҙеңдең ғәйепһеҙ булыуыңды иҫбатлауға шаҡтай ваҡыт кәрәк, адвокат яллау өсөн сығымдар ҙа талап ителә. Етмәһә, законға ярашһыҙ ҡарар сығарыусыны, штраф һалыусыны яуаплылыҡҡа тарттырыу ҙа үтә ҡатмарлы һаналды.
Хәҙер әхлаҡи зыян өсөн компенсацияны бюджеттан талап итеү уңайлыраҡ буласаҡ, ти юристар.