Юлда матур йөрөгөҙ!02.12.2016
Һәр беребеҙҙе юлға сыҡҡанда яҡындарыбыҙ хәйерле юл теләп оҙата. Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа юл ҡағиҙәләрен һанламағандар күрәләтә үҙен дә, бүтәндәрҙе лә һәләкәткә илтә. Был хаҡта миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин.
Рәсәй эске эштәр министры урынбаҫары Игорь Зубов билдәләүенсә, йыл әйләнәһенә дүрт меңдән ашыу кешегә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн йөҙҙән дә күберәк штраф һалына. Шуларҙың 45 проценты юлдағы тәртипһеҙлеге өсөн бер нисә тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, туғыҙ айҙа илдә 125 мең юл хәрәкәте фажиғәһе теркәлгән. Аварияла 14,5 мең кеше һәләк булған, 159 меңе йәрәхәтләнгән. 2015 йылда 180 мең юл афәтендә 23 мең кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, 231 мең кеше ҡазаланған.