Ташлама бөтөрмө икән?02.12.2016
Ташлама бөтөрмө икән? Иҫке машинаһын утилгә тапшырып, уның урынына Рәсәйҙә эшләнгәнен алырға теләүселәргә 50 мең һум күләмендә субсидия биргән дәүләт программаһының ғәмәлдән сығыуы ихтимал. Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы шундай тәҡдим менән сығыш яһаған. Шуға ла белгестәр бындай ниәт менән янғандарға ашығырға кәңәш бирә.
Йәнә trade-in системаһы буйынса субси­диялауҙы туҡтатыу йәһәтенән дә тәҡдимдәр ишетелә. Был дәүләт програм­маһында машина хужаһы, иҫкеһен автосалонға тапшырып, яңыһын алғанда ташлама менән файҙаланды. Аҡса бюджеттан салонға туранан-тура күсерелеп, дәүләт үҙебеҙҙә етештерелгән “ҡорос ат”тарҙы һатыу күләмен арттырыуҙы көйләй ине. Әлбиттә, был ярҙамды бөтөрөү хаҡында Хөкүмәт йыл аҙағында ғына ныҡлы хәл итһә лә, эксперттар машинаһын алмаштырырға хыяллан­ғандарға өлгөрөп ҡалырға өндәй. “Авто­мобилдәргә хаҡ төшмәйәсәк, ә дәүләт программаһы буйынса ташлама һиҙелер­лек – иҫке машинаны яңыһына алыштырып һатып алғанда, маркаһына ҡарап, 40 меңдән 350 мең һумға ҡәҙәр аҡсаны кеҫәлә ҡалдырырға форсат бирә”, – ти “Автостат” аналитик үҙәгенең башҡарма директоры Сергей Удалов.
Иҡтисади үҫеш министрлығы белгестәре, утилләштереү программаһы үҙенең бурысын үтәне, тигән фекерҙә. Шуға ла улар бындай ярҙамды тармаҡтың башҡа өлкәләренә йүнәлтеүҙе маҡсатлы тип ҡарай. Мәҫәлән, автомобиль етештереүселәргә яңы өлгөләр, бүтән төр машиналар уйлап табыу, үҙебеҙ­ҙең автозаводтарҙың продукцияһын сит илдәргә оҙатыу хәстәрен күреү юҫығында.
Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы вәкил­дәре лә был фекерҙе хуплай. Тармаҡ министры Денис Мантуров, ойошма баҙарҙа үҙен күрһәтерҙәй предприятиеларға шәхсән ярҙам итергә әҙер, тип белдерә. Мәҫәлән, махсус программа уңышлы эшләүгә ҡара­маҫтан, быйыл сентябрҙә еңел автомо­билдәрҙе һатыу, былтырғы ошо ай менән сағыштырғанда, 18 процентҡа кәмегән. Ә бына йөк машиналары, ҡала автобустары һатыу йүнәлешендә бындай торғонлоҡ күҙәтелмәй.
Шулай ҙа Сергей Удалов ташламаларҙы бөтөрөү әлеге мәлдә бигүк ҡулайлы алым түгеллеген аңлата. Ул, был баҙарға йәнә ауырыраҡ тәьҫир итәсәк, ти. Етештереү кәме­йәсәк, унан эш урындары ҡыҫҡарыр. Был осраҡта бер ниндәй файҙа булмаҫ, киреһенсә, социаль түләүҙәр өсөн сығым­дарҙың артыуы ихтимал.
Быйыл trade-in программаһы буйынса 260 мең яңы машина һатылған. “АвтоВАЗ”-дың сауҙа өлөшө 50 процентҡа етә. “Етәкселәрҙең бюджетты экономиялау юлдарын эҙләүе аңлашыла. 350 мең һумға яңы автомобиль алған кеше 250 меңен үҙе түләй, ә ҡалғанын дәүләт ҡаплай. Был ярҙам – автоконцерндарға туранан-тура субсидия йүнәлтеүгә ҡарағанда һөҙөмтә­лерәк алым”, – ти Удалов.
Эксперт һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн ха­лыҡтың автомобиль һатып алыу мөмкин­леге самалы. Хатта иҡтисад үҫкән осорҙа ла транспорт баҙарын көйләп ебәреү өсөн ниндәйҙер ярҙам, дәүләт програм­маларының эшләүе мөһим.
Әйткәндәй, 2014 йылдан бирле авто­мобил­дәргә хаҡ 38-40 процентҡа артҡан. Алдағы ике йылда ла халыҡтың “тимер ат” һатып алыуҙы кисектереп тороуы ихтимал.


Вернуться назад