Бирәм тигән ҡолона...02.12.2016
Бәләкәйҙән хозурлыҡты күреп үҫкәндәр артабан да камиллыҡҡа ынтылышын юғалтмай, ғөмүмән, матур йәшәргә бөтә көсөн һала.
Благовещен районы етәкселеге быны күптән аңлаған һәм ҡаланы тәртиптә тотоу, йәшеллеккә әйләндереү йәһәтенән бихисап эштәр башҡара. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә төбәктә өҫтәмә биш балалар майҙансығы төҙөлгән – хәҙер Седов, Демьян Бедный, Бер туған Кадомцевтар, Коммунистик һәм Бер туған Першиндар урамдарындағы ожмахҡа тиң урындарҙан бала-саға тауышы өҙөлмәй.
Шуларҙың иң ҙуры Бер туған Першиндар урамындағы 4-се йорт тирәһендә урынлашҡан. Уны “Балалар майҙансығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләгән. 45-се йорт комитеты директоры Римма Шәрипованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул ошонда балалар майҙансығы төҙөү үтенесе менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, нәҡ шул көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы вәкилдәре “Реаль эштәр” проектын тикшергән булған. Хәҙер был урындар элекке шикелле ҡотһоҙ күренмәй – һәр саҡ балҡып ултыра, бигерәк тә балаларҙың яратҡан урынына әйләнде.