Бер кемдән дә кәм түгелмен02.12.2016
Бөтә балалар ҙа бер тигеҙ, тик һәр береһенә айырым ҡараш булдырыу фарыз, тиҙәр. Бер аҡыл эйәһенең ошо алтынға тиң һүҙҙәре әле лә көнүҙәклеген юғалтмай.
“Бөтәһе кеүек булғым килә!” тигән конкурстың йылдан-йыл популярлаша барыуына нисек һөйөнмәҫкә! Маҡсаты – мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү. Бәйгелә Күмертау ҡалаһы бер йыл ғына ҡатнашмай. Әйткәндәй, былтыр улар – өсөнсө, ә элекке йыл икенсе урынды алғаны тураһында хәбәрҙарбыҙ. Яҡташтарыбыҙ әле лә уға ҙур өмөт бағлай.
Шул иғтибарға лайыҡ: Балаларҙы яҡлау фонды булдырған грантлы конкурста Рәсәйҙең 45 муниципалитеты араһында һәм республикабыҙҙан берҙән-бер ҡала – Күмертау ике миллион һумлыҡ грант отто.
Күмертауҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү буйынса бәләкәй ҡалаларҙың форумын ойоштороу мөмкинлектәре лә ҡаралды.