Ғилемлелек барыһынан көслө02.12.2016
Йәш быуындың ғилемгә ынтылышы һоҡландыра, шул уҡ ваҡытта егет һәм ҡыҙҙар белемде төрлө юлдар аша алыу өсөн ныҡ тырышлыҡ һала. Мәғлүмәтле һәм белемлеләр донъяға идара итә тигән фекерҙе улар күптән аңлаған.
Мәҫәлән, дини белемгә арналған конференция Сибай ҡалаһында үтте. Сараға М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ислам мәғарифын үҫтереү ведомство-ара ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан бихисап ғалимдар юҡҡа ғына саҡырылманы.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡыҙыу бәхәстәр әленән-әле булып алған икән, ғәжәпләнәһе түгел. Ислам тәғлимәттәре аша ла ғилемлелеккә өлгәшеү мөмкин тигәнде һәммәһенә лә аңлатырға тырыштылар. Мәсет ҡарамағын­дағы йәкшәмбе мәктәбенең тулы ҡанлы тормош менән йәшәүенә һоҡландылар, хатта кемдер аҡ көнләшеүгә бирелде. Сибай мәсетендә был йәһәттән дәрес өлгөһө күрһәтелде.
Ҡайһы бер дини ойошмалар төрлө шикле төркөмдәргә берләшкәндә әлеге форум барыһы өсөн дә файҙалы булды. Бында бер генә маҡсат – ғилемгә өндәү күҙ уңында тотолдо.


Вернуться назад