Донъя малы тиҙ бөтә, ә белем...02.12.2016
Донъя малы тиҙ бөтә,  ә белем...
Ғәзиз балаларының киләсәгенә битараф түгелдәр эш ваҡыты тамамланыр-тамамланмаҫтан йүгерә-атлай мәктәпкә килде. Ғәҙәттәгесә, яңы уҡыу йылы башланып ике-өс аҙна үтеүгә, ата-әсәләр йыйылышы уҙғарыла.
– Сәғәт етенсе биш минут, күпселек бында, йыйылышты асыҡ тип иғлан итәйек, ваҡытты әрәм итмәйек, һуңлағандар тыныс ҡына инеп ултырыр, беләм – барығыҙ ҙа өйөнә ҡабалана, – тип класс етәксеһе һөйләй башланы.
Һылыуҡай хәбәрен теҙгән арала өлкәндәр журнал менән таныша һәм, иң ҡыҙығы, аҙаҡтан һүҙ ебе кинәт кенә аҡсаға табан боролош ала.
– Күрәһегеҙме, сәскәләр кәрәкмәгән әйбер шикелле иҙәндә ултыра – тумба алырға кәрәк, шкаф иҫкерҙе, уны яңыртыу зарур, ишектең йоҙағы көскә асыла, тотҡаһы ла бушаған, плафон сатнаған... – тип теҙеп алып китте йәш ҡыҙ, барыһын да янсыҡ тирәһенә яҡынайтып.
Улай ғына ла түгел, парталарҙы тәртипкә килтереү, уҡытыусы өсөн өҫтәл һатып алыу, оҙайлы йәйге каникулда иҙәнде буяу, стенаға обой йәбештереү, түбәне аҡлау, тәҙрә йыуыу, ҡыҫҡаһы, класҡа ремонт уҙғарыу тулыһынса тиерлек ата-әсәләрҙең елкәһендә бөгөн.
“Былтыр ғына жалюзи элгәйнек, уҡытыусы өр-яңынан һатып алыуҙы йәнә талап итә, бүтән йыйылышҡа йөрөмәҫтәй булып иҫем китеп ҡайттым, – тип күршемдең әсенеп һөйләгәндәрен хәтерләнем. – Ҡыҙым балалар баҡсаһына йөрөй, уға ай һайын һуңлатмайынса түләйһең, үҙебеҙ осто-осҡа ялғап саҡ көн күрәбеҙ, ҡайһылай итергә?”
Хатта ки хәл шуға барып етә, сослоғо менән даны сыҡҡан класс етәксеһе “һораныуҙы” шәхсән үҙе түгел, ә ата-әсәләр комитетындағы казначейҙан әйттерә. Йәнәһе, башынан себен осора, халыҡтың күҙе үткер икәнен белгән осраҡта ла. Ә казначей кем тип уйлайһығыҙ? Йә әхирәте, йә туғаны, йә бүтән яҡын кешеһе.
Директорҙың йәки класс етәксеһенең юбилейы, 8 Март, Уҡытыусылар көнө, шулай уҡ бүтән иҫтәлекле ваҡиғалар айҡанлы һәм мәктәп фондына йыйылған аҡсанан тыш, һүҙ класс фонды тураһында ғына бара.
Хәҙерге мәктәп белем һәм тәрбиә үҙәге ролен үтәүҙән тайпылмаһын ине. Бынамын тигән белем учреждение­һының төҙө­лөүе, кабинеттарҙы заманса йыһазлан­дырыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ хәстәрлә­неүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Тағы нимә кәрәк тиерһегеҙ? Шулай булыуға ҡарамаҫтан, былай ҙа һайыҡҡан ғаилә бюджетын уңышлы “һауыу” һаман да дауам итә. Был мәсьәлә тик моңһоҙ һәм бошмаҫ ата-әсәләрҙе генә борсо­майҙыр, ә күптәрҙең теңкәһенә тейеүен нисек аңларға? Берәү әйтмешләй, ҡулдағы аҡса яҙғы ҡар шикелле күҙгә күренеп юҡҡа сыға барған осорҙа, уны ҡайһылайтып бүлергә һәм еткерергә лә белмәй ыҙа сигәһең. Әлбиттә, барыһы ла бер сыбыҡтан ҡыуылмаған, аң-белем таратыуға ваҡытын да, көсөн дә артығы менән сарыф итеүселәр бихисап.
Мөғәллимдең аҡса йыйыуын нимә менән генә сағыштырмайҙар. Гәзит уҡыусы йәки ошоларҙы күреп-белгәндәр, беҙҙә мәктәптәр шулай фәҡирлек сигендә көн итә икән, тип һығымта яһауы ла ихтимал бит. Ә ул дөрөҫлөккә тап киләме?
Ғөмүмән, мәғариф системаһын финанслау мәсьәләһенә ил етәкселәре ниндәй ҡарашта, ул Хөкүмәттең иғтибар үҙәгендәме? “Тотороҡло финанслау – мәғарифты йылдам үҫтереү өсөн һәйбәт шарттар”, – тигән дөйөм мәғарифты үҫтереү буйынса донъя белгесе Джамиль Салми. Белем эстәү кешелек тормошонда мөһим роль уйнай. Һүҙ ҙә юҡ, дәүләттең тотороҡло үҫеше аҡыллы­ларҙың күп булыуына туранан-тура бәйләнгән. Мәғарифты финанслау дәүләт сәйәсәтендә өҫтөнлөктәрҙән һанала. Илебеҙ социаль-иҡтисади йәһәттән шәп үҫешә икән, тимәк, унда мәғарифтың роле ифрат ҙур.
Киләһе йылдың бюджеты ентекләп тикшерелде, үҙ сиратында төрлө тармаҡҡа ғәҙел рәүештә аҡса бүленде, шул иҫәптән мәғарифҡа ла. Ысынлап та, Хөкүмәттең был системаны ярҙамһыҙ ҡалдырмауы көн кеүек асыҡ, киреһенсә, матди-техник базаны яҡшыртыуға йылдан-йыл финанслау артмаһа әле! Мәҫәлән, Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2016 – 2020 йылдарҙа мәғарифҡа киткән сығымдар ике тиҫтә триллион һумдан ашасаҡ.
Ҡыҫҡаһы, тармаҡ финансланмай түгел, артығы менән финанслана. Мәҫәлән, “2016 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән мәғарифты үҫтереү федераль маҡсатлы програм­маһы” бар, “Мәғарифты үҫтереү” тигән дәүләт финанслау программаһы ҡабул ителгән. “Бюджет өҫтөнлөктәрен тор­мошҡа ашырыу өсөн беҙ проект аҙымын файҙаланыу тураһында килештек. Хөкүмәт, киләһе йыл быға мөмкин тиклем күберәк аҡса бүлергә кәрәк, тигән тәҡдим яһаны. Һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф проекттары, ипотеканы, коммуналь инфраструктураны, төҙөлөш­тө һәм юлдарҙы ремонтлауҙы үҫтереү, экологик стандарттарҙы яҡшыртыу – шуға асыҡ миҫал”, – тинеләр Рәсәй Хөкүмәтендә үткән сираттағы бер ултырышта ла.
Шулай ҙа төп сәбәп нимәлә? Кемдер байып донъя рәхәтендә йәшәгәндә ни өсөн икенселәрҙең кеҫәһе таҡырая? Әҙәм балаһы ҡыҙыҡ инде ул. Күпселек табипҡа күренгәндә, һаулығыбыҙ ниндәй хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, мотлаҡ сумка төбөнә күстәнәс һалып алып барабыҙ. Имеш, унан ғына сәләмәт­легебеҙ яҡшырасаҡ. Ә бына майлап ебәргәс, аҡ халатлының мөнәсәбәте ыңғай яҡҡа үҙгәрә-үҙгәреүен... “Врачтың өҫтәл аҫтына төргәк ҡуйып тамам яман өйрәтеп бөттөк инде, әле теләһәк-теләмәһәк тә, быны автоматик рәүештә башҡарабыҙ, нимәгәлер өмөт итә лә торалар”, – тигән һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ ярылып ята. Шуның шикелле мөғәллимдәр армияһы ла ситтән һәр саҡ ниҙер көтә. Йомшаҡ күңеллеләрҙе аңларға була. “Минең балама һүҙ теймәһен, уға ҡырын ҡараш тойолмаһын, берүк баһаны түбәнәйтеп ҡуймаһындар”, – тип борсола һәм ҡул һелтәп барыһына ла ризалаша. Шулай итеп, бүрәнәнең ауыр осо улар иңенә үҙенән-үҙе килеп ята. Хәйер, ҡайһы бер урындарҙа еңмештәр арҡаһында бер ниндәй гонаһһыҙ ҡыҙ-малай зыян күрә. Етмәһә, өлкәндәр араһында низағ менән бәйле мәктәп алмаштырған уҡыусы балалар бихисап.
“Һөйләшеү аҡса мәсьәләһенә килеп терәлгәндә, унан ҡасыу юлдарын беләм, мең сәбәп табам, әммә һуҡыр бер тин дә биргәнем юҡ. Аҡса тапшырырға кәрәк тигән закон юҡ табаһа. Улыма баҫым яһарға тырышалар ҙа оноталар”. Ошо һүҙҙәрҙе йыйылыштарҙың береһендә кемдәндер ишеткәйнем.
Ҡайһы берәүҙәр, ниңә алмаһын, уның эш хаҡын ташҡа үлсәйем, әҙәм мәс­хәрәһе, бигерәк әҙ ҙә инде, тиер. Ә ни­ңә уҡытыусының эш хаҡын күтәр­мәҫкә, ысынлап та! Унан ары ата-әсәләрҙе талау, бәлки, туҡтар ине...
Баден-Вюртемберг ерендәге (Германия) Штутгарт ҡалаһында ит ком­бинат­тарының береһендә смена аҙа­ғында хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһенә берәр килограмм ит тоттороп сығаралар икән, урлашмаһындар өсөн. Ниңә ошо юлды һайламаҫҡа? Тик ит урынына нимәне күҙ уңында тоторға?..


Вернуться назад