Изгелек ерҙә ятып ҡалмай02.12.2016
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
Стәрлетамаҡ районының Рим Йәнғужин исемендәге Айыу­сы ауылы мәктәбенә бер саҡ юл төшкәйне. Мәктәп етәкселеге менән аралашҡан мәлдә белем усағы иҙәненә күптән түгел генә линолеум түшәлгәне асыҡланды. “Материалды һатып алырға күрше ауылда эшмәкәрлек йәйелдергән йәш фермер Илдар Буранғолов йөҙ мең һум аҡса бүлде”, – тине хужалар. Ирекһеҙҙән текә генә сит ил машинаһында елдергән ҙур хужалыҡ мөдире күҙ алдына баҫты. Ә геройҙың үҙе менән осрашҡас, “Ошо Илдар ярҙам иттеме икән?” тигән шик тыуҙы, сөнки фермерҙың килеп туҡтаған машинаһы, Хоҙайым… Ғөмүмән, бер ҙә текә сит ил автомобиле түгел ине. Хәйер, асыҡланыуынса, уныһы ла иптәш егетенеке булып сыҡты. Шулай, бағыусылыҡ тигәс, тәү сиратта “артып ҡалған”ды бүлеүҙе күҙ алдына килтерәбеҙ бит. Ысын күңелдән һуңғы тинен йәлләмәй ярҙам итеүселәр хаҡында, киреһенсә, онотоп барабыҙ буғай. Үкенесле. Ғөмүмән, артабан һәммәһен дә үҙ тәртибе менән…
Салауат ҡалаһында иретеп йә­беште­реүсе булып эшләп ­ Илдар “был эш хаҡына артабан ғаилә бағыу мөмкин түгел” тигән һығымтаға килеп, “бизнес” тип нарыҡланған “джунгли”ға сума. Ә бит табышы мул булһа ла, был тармаҡ та бит еңелдән түгел. Тик һынауҙар алдында юғалып ҡал­май яңы ғына “мейестән сыҡҡан” эшҡыуар – баҙарҙа ең һыҙғанып он продукцияһы, көнбағыш һата башлай. Ауырлыҡтар тигәндән, бер сауҙагәрлек оҫталығы, ты­рышлыҡ ҡына етмәй икән. “Конкуренция” тигән төшөнсә ҡур­ҡы­ныс шул бизнеста, ә конку­рент­тарҙың төрлөһө була. Ғөмүмән, бер саҡ баҙар тирәһендә ура­лырға яратҡан тау егеттәре менән Илдар араһында урын өсөн бәхәс тыуа – ситтән килгәндәр уны ҡурҡытырға маташып, нимәлер әйтеп өлгөрмәй, береһенең яңағына айыуҙай башҡорт егетенең күҫәктәй ҡулы килеп “ҡуна”. Ысын конфликт алдараҡ көткәне асыҡлана…
Аҫабаның бына шундай батыр улдары барлығы өсөн генә әйтмә­нем быны, йүнселлектең барлыҡ баҫҡыс-ауырлыҡ­тарын үҙ иңендә татып килә геройым фермерлыҡ эшендә. Тик игенде шаулап үҫте­рер, ҡуйы һөттө гөбөрҙәтеп һауыр өсөн бер әҙер продукцияны ғына һата белеү аҙ шул. Ғөмүмән, бынан ун биш йыл элек баҙарҙа һатыусылыҡ итеп, сит ил һыра компанияһының вә­киле булып эшләп алғас, Илдар ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ра­йонының Мырҙаш ауылына өлә­сәһе янына ер эшенә егелергә ҡайтып китә. Ҡатыны ошо ауылдыҡы, үҙе лә бала саҡтан өләсәһенә йыш ҡунаҡҡа йөрөгән ҡала егете ауыл тормошо ҡанунына тиҙ төшөнә – Буранғоловтар шәхси ихаталарында бер нисә йыл эсендә генә “ҡаты морондарҙы” йөҙ баш­ҡа еткерә, шулай уҡ күпләп һы­йыр малы ла аҫрай. Ә инде өс йыл элек Илдар фермерлыҡҡа тотонорға баҙнат итә. Райондан ҡуртымға 120 гектар ер ала, тар­ҡалған колхоз биналарына һы­йыр­ҙарын ебәрә, трактор һатып ала, ҡоролмалар ҡайтарыла. Йән биргәнгә йүн биргән тигәндәй, йәш фермерға башта ике туған ағаһы Миңнулла Буранғолов ярҙам итә, артабан – грант, трактор өсөн субсидия… Теләгән кешегә ыңғайы барыбер килеп сыға икән ул.
Әлеге көндә Буранғоловты киң ҡолас йәйеп эшләгән фермерҙар иҫәбенә һаман да индереп булмайҙыр­ әле (ни бары өс йыл ғына бит был йүнәлештә). Шуға ҡарамаҫтан, телгә алырлыҡ уңыштары етерлек. Техника артҡан, ҡуртымға ал­ған ер майҙаны ла күпкә ки­ңәй­гән, бер нисә кеше хеҙмәт урыны тапҡан. Иң мөһиме – фермер артабан да үҫешергә үҙ маяғын билдәләп ҡуйған. Иген дә мул, һөт тә күп шул хәҙер уның. Мәҫәлән, быйыл Шишмә­ләге май заводына баҫыуынан йый­ған 200 тонна көнбағыш тапшырған. Әйткәндәй, был килем иҫәбенә Илдар, ниһайәт, үҙенә “тимер ат” алып ҡайтырға ниәтләнә.
…Уйлай китһәк, эшҡыуар Буранғолов артабанғы тормошон һаман да ҡалала йәйелдерә алған, шәхси ихатала ла ферма­лағы һымаҡ мал ишәйтергә мөм­кин хәҙер. Ә бит егет мең мәшә­ҡәттән ҡурҡмай, ҙур хеҙмәткә егелгән, ауылдаштарын да эшле иткән. Шул уҡ ваҡытта үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртаһы урынға, ауылдағы белем усағы һаман да гөрләһен тип, матди ярҙам күрһәтеүе уның үҙ еренең ысын улы икәнен мең ҡабат иҫбатлай түгелме?! Аҫаба халыҡтың шундай уңған улдары күберәк булыуын теләргә генә ҡала.


Вернуться назад