Сығымдар өс йыл алдан билдәле02.12.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында алтмышҡа яҡын мәсьәлә ҡаралды. Депутаттарҙың төп иғтибарын республикабыҙҙың киләһе һәм алдағы өс йылға бюджеты, социаль-иҡтисади үҫеше, төрлө өлкәләргә ҡараған ҡануниәт йәлеп итте.
– Беҙҙең республикала 27 дәү­ләт программаһы эшләй, уларҙы финанслау өсөн 385 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 11 процентҡа күберәк, – тине Башҡортостандың иҡтисад министры Сергей Новиков, төбәктең алдағы үҫеш прогнозы тураһында сығыш яһап.
Был мәсьәлә артынса республиканың 2017 йылға һәм 2018 – 2019 йылдарҙағы планлы осорға бюджет тураһындағы закон проекты ҡаралды. Уны көҙҙөң башынан алып тикшерҙеләр, иҫкәр­мә­ләр һәм тәҡдимдәр йыйҙылар, сығымдарҙы һәм килем күләмен төрлө яҡлап нигеҙләнеләр... Әлеге ултырышта, Дәүләт Йыйылышына бирелгән 33 төҙәтмәне иҫәпкә алып, закон аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул ителде. Республика Башлығы ҡул ҡуйғас һәм рәсми баҫмала көн күргәс тә ул барыбыҙ өсөн мотлаҡ булған ҡануни актҡа әйләнәсәк.
Дәүләт ҡаҙнаһы өсөн яңы килем сығанаҡтары эҙләү дауам итә. Был йүнәлештә ниндәйҙер өҫтәмә шарттар тыуҙырыу мотлаҡ түгел, ошоғаса иҫәпкә алынмай килгән­дәре лә байтаҡ. Республиканың хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванованың сығышы шуларҙың береһенә – сит ил гражданы өсөн беҙҙең ил биләмәһендә эшләргә рөхсәт итеүсе патенттарҙың хаҡын күтәреүгә – арналды. Быға саҡлы уларҙың арзанлығы сит илдән килгән эш көсөнөң дә осһоҙ булыуына килтерҙе, һөҙөмтәлә үҙ граждандарыбыҙ отола ине. Әйткәндәй, бындай патенттар һаны аҙ ҙа түгел: быйыл ун айҙа ғына ла республикала 21 меңдән ашыу ошондай танытма бирелгән.
Уның ҡарауы, Рәсәйҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ташламалар ҙа күберәк ҡарала. Башҡортостанда был ташламалар Федераль законға ярашлы ҡанун­лаштырыла. Ошо хаҡта депутаттар алдында республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләзетдинов һөйләне: бәләкәй һәм урта кимәлдәге эшҡыуарҙар тәүге йылда яңы ҡуртым хаҡының 40 процентын, икенсе йылында – 60, өсөнсөһөндә 80 процентын ғына түләйәсәк. Дүртенсе йылдан алып ҡына уларҙан ҡуртым хаҡы тулыһынса түләтелә башлай.
Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау тармағы, нигеҙҙә мотлаҡ медицина страховкалауы аша финанслана. Уның Башҡортостандағы территориаль фонды етәксеһе Алексей Меньшиков ошо фондтың 2016 йылғы бюджетына төҙәтмәләр индереү тураһындағы проект буйынса сығыш яһаны: Федераль фондтан күсерелгән трансферт һөҙөмтә­һендә был бюджет 427 миллион һумға артҡан. Һөҙөмтәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағына быйыл уҡ аҡсаны күберәк тотоноу мөмкинлеге тыуҙы.


Вернуться назад