Аҡсаң булмаһа, торлаҡты бушлай бирерҙәр02.12.2016
Аҡсаң булмаһа, торлаҡты бушлай бирерҙәр
Бөгөн Башҡортостанда 90 меңгә яҡын ғаилә социаль торлаҡ алыуға сиратта тора. Йылына шуларҙың 3-4 проценты ғына фатир менән тәьмин ителә. Сиратта тороусыларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн 4,5 миллион квадрат метр социаль торлаҡ төҙөргә кәрәк. Республика Хөкүмәте был эште ике этапта ойошторорға уйлай...
Күптәрҙең “социаль торлаҡ” тигәнде ишеткәне барҙыр, был төшөнсә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт тарафынан (сират буйынса) фатир биреүҙе аңлата. Бындай торлаҡ тураһында хәҙер йыш яҙалар һәм бының үҙ сәбәптәре бар. Яңыраҡ Башҡортостан Хөкүмәтендә шул проблемаға арналған ултырыш булды. Республикала социаль торлаҡ төҙөләме, уны оҙаҡ көтәләрме, бөтә мохтаждарға ла етерме?

Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә социаль торлаҡҡа мохтажлыҡ ҙур һәм шул уҡ ваҡытта етешмәй ҙә, бының төп сәбәптә­ренең береһе – уны төҙөү эшҡыуарҙар өсөн отошло түгел, был үҙ сиратында күсемһеҙ милеккә хаҡты күтәрә бара. Был хәл беҙҙең төбәккә лә хас.
– Башҡортостанда социаль торлаҡ алыуға сиратта 90 меңгә яҡын ғаилә тора. Шуларҙың 3-4 проценты ғына йыл һайын фатирҙар менән тәьмин ителә. Сират арта бара, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, ултырышта сығыш яһап. – Тимәк, беҙгә был тәңгәлдә икенсе төрлө эшләргә кәрәк. Ташламалы кредит биреү инструменттарын, ғаиләләрҙең торлаҡҡа түккән сығымдарының бер өлөшөн кире ҡайтарыу механизмын камиллаштырыу талап ителә. Ҡыҫҡаһы, хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн системалы, эҙмә-эҙлекле аҙымдар кәрәк.
Былтыр социаль торлаҡ беҙҙең республикала 180 мең квадрат метр ғына төҙөлдө. Айырыуса инженерлыҡ һәм коммуналь селтәр менән тәьмин ителгән төҙөлөш майҙандарына ҡытлыҡ ҙур. Ошондай төр торлаҡты төҙөү тиҙлеге һаҡлан­ғанда һәм кредитлауҙың әлеге системаһын ҡулланыуҙы дауам иткәндә дәүләттең был бурысты үтәп сығыуы 25 йылға һуҙылырға мөмкин. Рөстәм Зәки улы әйткәнсә, торлаҡ мәсьәләһе һәр кем өсөн беренсе урында тора. Ул һәр заманда ла шулай булды. Советтар Союзында фатир бушлай бирелде, ләкин оҙон сиратта тороу йыш ҡына тиҫтәләрсә йылдарға һуҙыла ине. Бөгөн рәсәйҙәргә торлаҡ майҙанын йә һатып алырға, йә үҙеңә төҙөргә кәрәк. Дәүләт, Рәсәй Конституция­һының 40-сы статьяһына ярашлы, торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндерергә һәм бер кемдең дә законһыҙ рәүештә фатирынан мәхрүм ителмәүен күҙәтергә генә бурыслы.
Ләкин, шул уҡ статьяның өсөнсө өлөшөнә ярашлы, аҙ тәьмин ителгәндәргә йәки законда күрһәтелгән башҡа кешеләргә торлаҡ бушлай йәки ташламалы кредит биреү нигеҙендә айырым норма буйынса тормошҡа ашырылырға тейеш. Ун йыл элек илдең бөтә торлаҡ майҙаны ҡануни нигеҙҙә дүрт төргә бүленде: махсуслашҡан, хосусилаштырылған, хосуси һәм социаль. Тимәк, сират уларҙың һуңғыһына ғына һаҡланып ҡалды.
– Халыҡтың күпселегенең торлаҡ алырға хәленән килмәй, сөнки килемдең түбән булыуы һәм торлаҡ баҙарында хаҡ­тар­ҙың үтә юғарылығы фатир хужаһына әйләнеү мөмкинлеген юҡҡа сығара, – тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный, ошо проблеманы хәл итеү өсөн республика Башлығы ҡушыуы буйынса эшләнгән концепция тураһында һөйләп. – Торлаҡ программаларында ҡатнашыусыларҙың түләү һәләте түбән булыуы уларҙы ипотека кредитын һәм бурысҡа етерлек аҡса алыуҙан мәхрүм итә. Сиратта тороусыларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн беҙгә 4,5 миллион квадрат метр социаль торлаҡ төҙөргә кәрәк.
Республика Хөкүмәте эште ике этапта ойошторорға уйлай. Тәүгеһендә (2017 – 2021 йылдарҙа) – 2,3 миллион, икенсеһендә (2021 – 2025 йылдар) тағы 2,2 миллион квадрат метр төҙөләсәк. Торлаҡҡа мохтаждарға бер нисә вариант тәҡдим ителә, улар араһында электән килгән инструменттар ҙа (ипотека кредиты), яңылары ла бар: хаҡын аҙлап түләй барыу (социаль ипотека), артабан һатып алыу хаҡы биргән ҡуртым, социаль файҙаланыуҙағы торлаҡты ҡуртымға алыу, хужалыҡ һәм подряд ысулындағы индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө.


Вернуться назад