Тәбиғәтте ғәйепләргә ашыҡмайыҡ30.11.2016
Тәбиғәтте ғәйепләргә ашыҡмайыҡ Ошо көндәрҙә Өфө юлдарында ҙур соҡорҙар барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәттәр бермә-бер артты. Мәҫәлән, Черниковка биҫтәһендәге Беренсе Май урамында, “Победа” кинотеатры ҡаршыһында, асфальт япманың убылыуы хаҡында хәбәрҙар булдыҡ. Хәлдең шаһиты 30 ноябрҙә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “БашДТП” төркөмөндә фажиғәнең фотолары менән уртаҡлашты.
Урынға килгән махсус хеҙмәттәр соҡорҙағы һыуҙы һурҙыртып алды. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ерҙең убылыуы Беренсе Май урамында күптән түгел үткәрелгән ремонт эштәренә бәйле. Подряд ойошмаһы сифатһыҙ эштең эҙемтәләрен үҙ иҫәбенә төҙәтә.
Социаль селтәрҙә шулай уҡ баш ҡаланың Достоевский һәм Сипайлово биҫтәһендәге Баязит Бикбай урамдарында ҙур соҡорҙар барлыҡҡа килеүе хаҡында мәғлүмәт бар.


Вернуться назад