Уйла, яуаплылыҡ той30.11.2016
Уйла, яуаплылыҡ той Халҡыбыҙҙа ил-көн тойғоһо көслө беҙҙең. Тарихыбыҙҙа ҡырҡыу осорҙар, ҡырау һуҡҡандай ғасырҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ ишле булған, һәм уларҙан, башлыса, йөрәгендә ана шул ил-көн тойғоһон тоғро йөрөткәндәр арҡаһында имен сығылған, халыҡ булып һаҡланылған, бүтәндәрҙән йотолонмаған түгелме ни? Уның юғары пафослы, трибуналарҙан ғына һөйләнергә тейешле һүҙ итеп кенә түгел, ә тәғәйен, тейешле, реаль нәмә тип ҡабул ителеүе, тормошта ҡулланылыуы бөгөнгө ҡырҡыулыҡтарҙан да ҡурсалайҙыр.
Ә граждандар йәмғиәтенең камил үҫешеүенә ҡамасауламаймы ул? Ниңә һаман, әйткәндәй, үҫешеп етмәй ул йәмғиәт? Был хаҡта бит-бит трактат яҙырға мөмкиндер, кирбес-кирбес монографиялар ҙа баҫтырыла, диссертациялар ҙа яҡлана тора.
Беҙ ябай ғына төшөнсәләр менән эш итәйек һәм һүҙҙе ҡыҫҡа тотайыҡ. Үҫешмәүҙең сәбәптәре күп һәм, тәү нәүбәттә, дәүләткә ҡарап ятыуыбыҙҙа, йәнә лә сағыштырмаса ярлы булыуы­быҙҙа шикелле. Әллә икенсеһе, эҙемтә булып, беренсеһенән сығамы? Хәлле йәшәмәгәндең башын әллә ни күтәреп ҡарамауына, байының бойороҡтарын үтәп кенә йәшәгәненә ишара был.
Ниңә дәүләттән көтәбеҙ, ниңә үҙебеҙҙе үҙебеҙ ойоштормайбыҙ, тормошто үҙебеҙ көйләмәйбеҙ? Ниңә судҡа мөрәжәғәт итеү бәғзе замандаш­тарыбыҙҙың аңында һаман да кемдер өҫтөнән ялыу яҙыу тип кенә баһалана? Ысынлап та, судта енәйәти генә түгел, әйтәйек, административ мәсьәләләрҙең дә ҡарала алыныуын яңы төшөнәбеҙ кеүек. Насар тауарҙы алма, хеҙмәт сифатһыҙ күрһәтелһә, ризалашма һәм башҡалар, йәмғиәттең үҙ-үҙен көйләүе, ябай алғанда, ошонан да ғибәрәттер.
Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса һалып отолған кешеләр мәсьәләһенең дәүләт кимәлендә хәл ителеүе лә күҙәтелә бөгөн. Ә үҙебеҙ граждандар йәмғиәте төҙөйбөҙ тибеҙ, унда һәр кем үҙенең тормошон үҙе алып барырға хоҡуҡлы һәм бурыслы икәнен аңлайбыҙ, йәғни кеше шул иҫәптән юридик яҡтан да белемле булырға тейеш. Алданған икән, үҙе ғәйепле, бында дәүләттең ҡыҫылышы юҡ. Страховкалау тигән һәйбәт институт та бар. Төҙөлөшкә аҡсаны хәллерәк кешеләрҙең һалғанын да әйтеү урынлылыр. Ләкин әлегә илдәге хәл шулай: кешене яҙмыш ҡосағына ташлап булмай.
Рәсәйҙә граждандар йәмғиәте теләгә­небеҙсә үк кимәлгә, бәлки, етмәҫтер ҙә, сөнки беҙҙең ил халҡының холҡо тип әйтәйекме икән, Көнбайыштыҡынан ныҡ ҡына айырыла. Һәм, ошолай тигәндә, кире мәғәнә генә лә күҙҙә тотолмай. Йәмғиәт өсөн, мәҫәлән, президенттың әйткәне мөһим булып ҡала әле, төрлө кимәлдәге түрәләрҙең нимәнелер хәл итеүе өсөн уның бер күрһәтмәһе лә етә.
Демократияның, ҡайһы ғына дәүләттә булмаһын, барыбер ҙә кәрәклеген аңлайбыҙ. Рәсәй йәмғиәте Көнбайыш йәмғиәттәренән ҡырҡа айырылып торһа ла, бында ҡаты ҡуллы батшалар идараһына күнегелһә лә. Юғиһә бөтә нәмәнең дәүләттән хәл ителгәненә өйрәнеп кителгән дә, баҡтиһәң, үҙеңдең әллә ни уйлағың да килмәй икән дәбаһа. Уйламайһың да, яуаплылыҡ та тоймайһың.
Тормоштағы бөтә мәсьәләләр буйынса, шул иҫәптән ваҡ, көнкүреш кимәлендәгеләре менән дә, дәүләткә, ул ғына ла түгел, уның төп башлығына уҡ мөрәжәғәт итеү күренешенең беҙҙең илдә элек-электән барлығы билдәле, һәм бында, моғайын, бер кемде лә ғәйепләп булмайҙыр: кеше мәжбүр була, президент ҡолаҡ һалмайынса булдыра алмай. Бер яҡлап һәйбәт, әлбиттә, сөнки демократия: ябай кешеләр ил етәксе­һенең үҙе менән туранан-тура аралаша бит. Шул арҡала күп көнкүреш мәсьә­ләләре ҡапыл ғына хәл ителеп ҡала, аҡсаһы ла, ваҡыты ла, быны башҡарыр ҡулдар ҙа табыла.
Сәйәси лексиконға “ҡулдан идара итеү” һүҙбәйләнеше инеп китте. Проблемаларҙы, дөйөм түгел, ә ҡайһылыр төбәктәге, ниндәйҙер ҡалалағы, уның айырым бер урамындағы йорт, фатир эсендәгеме, тышындағымы ватылыу-һатылыуҙы, өҙөклөктө, йәнгә тейгән иҫкелекте, ялған изгелекте һәм башҡа эшкинмәгәнлекте президент, образлы әйткәндә, үҙ ҡулы менән йүнәтә. Бындай мануаль идара кәрәкмәйҙер бит илгә, заман икенсе, тапшырыуҙар ҡумтаһы автоматик режимда эшләһен әйҙә. Һәр кем үҙ урынында булһын: сәйәсмәндәр сәйәсәт менән шөғөлләнһен, хужалыҡ өсөн яуаплылар – хужалыҡ менән. Әҙәм балаһына ғүмер бер генә бирелә бит, һәм ул уны лайыҡлы үтергә тейеш. Бының өсөн дәүләт яуаплы, Конституцияға бурыс, йөкләмә итеп теркәп ҡуйылған. Беҙҙеңсә, ил, республика етәкселегенең әлеге “лайыҡлы тормош” һүҙбәйләнешен йыш ҡулланыуы бик яҡшы һәм яҡшылыҡ – фекерҙең мейеләргә һеңдерелеүенәндер ҙә. Юғиһә илдең совет осоронда кеше гел ауырлыҡтарға әҙерләнде, тип тә була бит.
Эйе, коммунизм кеүек юғары маҡсаттарға табан атланыҡ, уныһы бар, әммә беренсе урында дәүләттеке, йәмғиәттеке булды лабаһа, шунан һуң ғына үҙеңдеке. Ошо яҡлап ҡарағанда, телевидение һәм радио аша һөйләшеүҙәрҙә бөгөн халыҡтың көнкүреш мәсьәләләрен күтәреүе, тимәк, үҙен генә уйлауы (бына, миҙалдың икенсе яғын әйләндерҙек) ыңғай күренеш икән дәбаһа. Ил-көн тойғоһо көслө, тиһәк тә шулай. Ниндәйҙер ваҡ мәсьәлә менән президенттың шөғөлләнеүе дөрөҫ тә түгел һымаҡ, әммә быны ваҡытлыса күренеш тип ҡарау хаҡтыр.
Йәмғиәтебеҙҙе артыҡ сәйәсилектә ғәйепләү күптән бар, һәм ил тарихының бынан алдағы дәүеренән эйәреп килгән әлеге артыҡлыҡ, бәлки, ысын мәғәнәһендә ирекле булырға ҡамасау­лайҙыр ҙа. Дәүләт хакимлығының кешене баҫмаҫҡа, ә уға, ниһайәт, фәҡирлектән сығырға, ысын мәғәнәһендә лайыҡлы тормош алып барырға ярҙам итергә тейешлеге лә дөрөҫ бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай кимәлгә күтәрелә алмайбыҙ әле.
Бәлки, граждандар йәмғиәтенең юғары кимәле беҙгә кәрәкмәйҙер ҙә? Арабыҙҙа улай тип раҫлаусылар ҙа юҡ түгел, йәғни Рәсәйҙә артыҡ демократияның шулай уҡ зыян да килтереүе ихтимал, тиелә: буталсыҡ китә, бөтәһе лә һөйләй, тәҡдим итә, тулы хөрриәт, ә эш, баҡтиһәң, бигүк бармай ҙа икән. Fөмүмән, беҙҙең халыҡта ваҡытһыҙ сурытыу хаҡҡа сығарылмай бит, алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта. Проекттарҙың да ҡото китеп бөтә. Виртуаль донъяла йәшәүгә ҡарағанда ысын эш башҡарыу файҙалыраҡтыр инде ул.
Граждандар йәмғиәте яҡлап ҡара­ғанда йөк ташыусы ҙур машина водителдәренең тормошо үҙенә күрә бер өлгө. Ситтән ҡарағанда, әллә ни улай түгел дә кеүек. Китеп бара инде фура, Яңы йыл шыршыһылай, уттарын йымылдатып. Туҡтап та ала, ҡайһы бер яйыраҡтарҙы уҙып та китә. Һәр автомобиль, бейек ҡоймалы коттедждар һымаҡ, үҙенең айырым бер тормошо менән йәшәгәндәй. Ә бына, һәр береһендә урынлаштырылған рацияның дөйөм йышлығына инеп, һөйләшеүҙәргә ҡолаҡ һалыу менән, бының бөтөнләй киреһе иҫбатлана.
— Минең алда, өс саҡрымлап самала, юл буш. Кем үтергә теләй, рәхим итегеҙ, — тине, ана, бер тауыш, үҙенең әллә ни ҡабаланмағанын белдерҙе.
Күпмелер ваҡыттан һуң икенсе бер тауыштың:
— Әйҙә, дуҫ, үт, өлгөрәһең. Өлгөрмәй башлаһаң, әҙерәк тормозға баҫырмын, — тигәне ишетелде.
Шулай киң күңеллелек күрһәтәләр. Быны Өфө урамдарындағы үҙ-ара “автоэтлектәр” менән сағыштырыуҙан күңелгә рәхәт булып китә.
Рация шытырлап алды ла йәнә телгә килде:
— Уң яҡлап, юл ситенән, йәйәүле китеп бара. Эскән, һаҡ булығыҙ.
Бер нисә минуттан, ысынлап та, ул йәйәүлене күрәбеҙ. Төшөрөүен, бәлки, төшөрмәгәндер ҙә, арыған ғыналыр, шулай ҙа абайыраҡ булырға кәрәк. Ҡараңғы ноябрь кисе бит, етмәһә, ҡар ҡатыш ямғыр яуа, шунда үҙең атлап ҡара әле.
Юл үргә табаныраҡ китте һәм әлеге үҙ-үҙен көйләгән йәмғиәт моделенә өлгө булырлыҡ күренеш ошо мәлдә тағы ла сағыуыраҡ сағылды. Тау, аңлауыбыҙса, бейек кенәлер һәм бының шулайлығын аҙаҡ күрҙек тә, ун саҡрымлап килеп сыҡты. Быны алдан белгән водителдәр хәсрәтләнә һәм хәстәрләнә башланы.
Ҡаршыға килгән колоннанан, ана, һорайҙар ҙа:
— Егеттәр, алда нисек, беҙҙекеләр шлифовать итмәйме?
— Юҡ былай. Нормаль эш хәрәкәте. – Эфирҙа ошондай эшлекле яуап ишетелде.
Нормаль дә ул, тик хәрәкәт, бара-бара, күҙгә күренеп яйлай башланы бит әле, тимәк, алдағыларҙың бөтөнләй туҡтап ултырыуы ла бик ихтимал. Бер нисә минуттан эфирҙа бығаса ишетелмәгән яңы тауыш пәйҙә булды:
— Әллә ни яйламағыҙ, юл — барырлыҡ, әйҙәгеҙ ҡыйыуыраҡ. Юғиһә хәҙер тығын яһаласаҡ. Үҙебеҙгә үҙебеҙ насар эшләмәйек инде...
Граждандар йәмғиәтендә лә, тәү нәүбәттә, шундай үҙ-ара хөрмәт, ярҙам, яуаплылыҡ булырға тейештер.


Вернуться назад