Һүҙебеҙ ниндәй тәьҫир ҡалдырыр?30.11.2016
Республикалағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең дини эшмәкәрҙәр, ислам ойошмалары етәкселәре менән осрашыуҙары яҡшы йолаға әүерелде. Журналистарға үҙ баҫмаларында дин менән бәйле теге йәки был ваҡиғаларҙы йыш сағылдырырға тура килә. Шуға күрә баҫма һүҙҙең уҡыусыларға тәьҫире, матбуғаттағы мәҡәләләргә һәм телевидениелағы тапшырыуҙарға ҡарата халыҡтың фекере властың һәм дини берләшмәнең иғтибары үҙәгендә.
Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Дини экстремизмды иҫкәртеүҙә киң мәғлүмәт сараларының әһәмиәте” тигән темаға фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо. Сараның тап ошо уҡыу йортонда үткәрелеүе осраҡлы түгел. Бына бер нисә йыл инде университетта мосолман белемен үҫтереү буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге эшләй. Университет проректоры Алмас Мостаев әйтеүенсә, дини экстремистар тоҙағына, нигеҙҙә, йәштәр эләгә, уларҙың нығып етмәгән аңы Интернет киңлектәрендә лә мәғлүмәти һөжүмгә дусар ителә, бындай ваҡиғалар йыш ҡына фажиғәгә килтерә.
Рәсәйҙәге байтаҡ юғары уҡыу йорттарында йәштәрҙе экстремистик ойошмаларға йәлеп итеүгә кәртә ҡуйыу маҡсатында студенттар менән тәрбиәүи эш алып барыла.
– Бындай эште киң мәғлүмәт саралары ҡатнаш­лығынан тыш башҡарыу мөмкин түгел, – тине Алмас Флүр улы. – Һүҙ айырым сараларҙы яҡтыртыу ха­ҡында ғына түгел, билдәле бер мәғлүмәти сәйәсәтте тормошҡа ашырыу тураһында бара.
Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы Ведомство-ара ғилми-тикшеренеү үҙәге эксперттары менән таныштырыу семинарҙың төп бурыстарының береһе булды. Эксперттар эшмәкәрлегенең үҙенсә­лек­тәре хаҡында һөйләне. Мосолман белемен үҫте­реү үҙәге Интернет селтәрендә йәштәр менән эш алып барыуға ҙур иғтибар бирә. Уның expert.bspu.ru сайтында аныҡ экспертҡа дин менән бәйле һора­уығыҙҙы бирергә һәм яуап алырға мөмкин. Журналистар ҙа мәҡәләләрен әҙерләгәндә ошо уҡ сайтҡа инеп кәңәшләшә ала.
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре­нең дини берекмәләр етәкселәре менән сираттағы осрашыуы үҙ-ара аңлашыу һәм хеҙмәттәшлек шарттарында үтте, сөнки Ер йөҙөндәге һәр кешегә, инаныуҙарына һәм диненә ҡарамаҫтан, татыулыҡ кәрәк. Ошо тыныслыҡты һаҡлау – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ.



Вернуться назад