Халыҡ бында етеш йәшәй30.11.2016
Халыҡ бында етеш йәшәй “Башкирагроинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Бүздәк бүлексәһе эшсәндәре әле ҡышҡы мәшәҡәттәр менән йәшәй. Мал ҡышлатыуға улар ныҡлы әҙерләнгән. Ихаталарға бесән-һалам ҡайтарылған, силос соҡорҙары тулы. Хужалыҡтың былтырҙан ике йыллыҡ мал аҙығы запасы ла ҡалған. Аҙбар-ҡураларға йәй малсылар көсө менән бына тигән ремонт яһағандар, тирә-яғын уратып ҡоймалағандар.
— Шөкөр, беҙҙә уңған, тырыш халыҡ йәшәй, берҙән икәү яһарға әҙер тора­лар, – ти бүлексә идарасыһы Альфред Тәлғәт улы Ғилманов. – Шуға ла көҙгө баҫыу эштәрен ваҡытында һәм бер ниндәй юғал­тыуһыҙ башҡарып сыҡтыҡ. Техника ла яңы булғас, “тимер аттар” ватылып ултырманы.
Әйткәндәй, йәмғиәттең 15 мең гектар ере бар. Иген культураларынан йылына ҡарап мул ғына уңыш йыйғандар. Әле сифатлы ашлыҡ хужалыҡ келәттәрендә һаҡлана. Өс меңгә яҡын гектарҙағы шәкәр сөгөлдөрө лә уңышы менән ҡыуандырған, гектарынан 280 центнер “татлы тамыр” ҡаҙып алған­дар. Йыйылған 80 мең тоннаның 60 меңен Шишмә шәкәр заводына оҙатып, хужалыҡ ҡаҙнаһына ярайһы ғына аҡса ла индергәндәр. Етәкселәр шәкәр сөгөл­дөрөн ҡаҙып алыуҙа уңғанлыҡ күрһәткән комбайнсылар Илмир Зөбәйеровты, Фәйрүз Моратовты, Виктор Федоровты маҡтап телгә алды.
Малсылыҡтағы төп йүнәлеш булып, әлбиттә, һөт етештереү тора. Бөгөн биш йөҙгә яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 360-ы – һауын һыйыры. Бында яһалма ҡасырыу эше лә яҡшы ҡуйылған. Ҡышҡылыҡҡа һәр баш малға 35-әр центнер мал аҙығы етештерелгән. Йәй һөт һатыуҙан да хужалыҡ яҡшы табыш алыуға өлгәшкән, сөнки юғары сифатлы продукцияға һәр ваҡыт ихтыяж ҙур. Шуға ла малсылар үҙҙәренең бәҫен төшөрмәҫкә тырыша. Әле бында көнөнә өс мең тоннаға яҡын һөт һауып алалар, аҡты Саҡмағош һөт заводына оҙаталар. Етәкселек белдереүенсә, был юҫыҡта эш яҡшы ҡуйылған, продукция өсөн түләү тотҡарлыҡһыҙ бара икән.
Ауыр финанс-иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, йәмғиәт һуңғы йылдарҙа кредит алмайынса матди-техник базаһын яҡшыртыуға өлгәшкән. Был техника паркын яңыртыуҙа ла сағылыш таба. Атап әйткәндә, бер нисә йылда ғына тиҫтәгә яҡын иген урыу комбайны, тупраҡ эшкәртеү агрегаттары, башҡа төр ауыл хужалығы машиналары һатып алғандар. Бынан тыш, ырҙын табағында ашлыҡ эшкәртеү йыһаздары тулыһынса алмаштырылған. Һөтсөлөк ферма­ларындағы үҙгәрештәр һатыуға сығарылған һөт сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән. Ошо миҫалдар аша ғына ла бүлексәнең ысын мәғәнәһендә үҫеш юлына баҫыуын төҫмөрләргә була.
Хужалыҡта алты ауылдан 130 кеше мәшғүл. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс һәм юғары булғас, башҡа ауылдарҙан да эш һорап килеүселәр күбәйгән. Шуныһы ҡыуаныслы: элек Себер тарафтарына, ҙур ҡалаларға киткән ауыл йәштәре туған хужалығына эш һорап мөрәжәғәт итә икән. Әлбиттә, етәкселек һәр кемде шөғөл менән тәьмин итергә тырыша. Хаҡлы ялға сығыусыларға алмашҡа йәштәр етерлек.
– Ауылда ла бөгөн матур итеп, етеш тормошта йәшәп була, тик тырышлыҡ кәрәк. Ә беҙ уңғандарҙың хеҙмәтен баһалай беләбеҙ, – ти Альфред Тәлғәт улы. – Шөкөр, беҙҙә эскән кеше юҡ, һәр береһе айыҡ тормош алып бара. Бынан тыш, урлашыу кеүек насар ғәҙәттәрҙән дә арынды халыҡ.
Хужалыҡ пай ерҙәрен дә эшкәртә, пайсылар менән ваҡытында иҫәпләшәләр, һәр кемгә бишәр центнер иген бүлеп бирелә. Халыҡҡа ашлыҡты хужалыҡ техникаһында йорттарына тиклем алып баралар. Бынан тыш, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бесән-һаламы ла ярты хаҡҡа таратыла, фураж бүленә.
Етәкселек алдынғы һауынсылар Зөмәрә Ғиндул­линаны, Роза Ғәйнанованы, Илзиә Булатованы, быҙау ҡараусы Фәнит Вәлиевте, ферма мөдире Салауат Вәлиевте һәр яҡтан маҡтап телгә алып, башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең дә хеҙмәтен баһаланы. “Уларҙың һәр береһен гәзит битенә маҡтап яҙырға була, ундай тырыштар менән ауырлыҡтарҙы ла ҡурҡмай йырып сығырға мөмкин”, – ти хужалар.


Вернуться назад