Мексиканы дер һелкеткән24.03.2012
Ер тетрәүҙән Герреро һәм Оахака штаттары айырыуса ҙур зыян күргән.
Бында 32 меңдән ашыу йорт емерелгән, 2,5 миллион кеше электрһыҙ ҡалған. Мехико ҡалаһында 250 мең кеше һыуһыҙ интегә, сөнки ер тетрәү мәлендә торбалар һынған. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. Сейсмологтар билдәләүенсә, 1985 йылдағынан һуң Мексикала бындай көслө ер тетрәү булмаған.


Вернуться назад