“Наган”ды тоҫҡаныҡ, сәпкә тейерме?29.11.2016
“Наган”ды тоҫҡаныҡ, сәпкә тейерме? Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Тере Таҫма” кинокомпанияһы яңы кинокомедияны тамашасы хөкөмөнә сығара.

Был – Рәсәй киноһы йылында Баш­ҡортос­танда төшөрөлгән берҙән-бер тулы метражлы фильм. Шуға ла автор­ҙарҙа уны республика тамашасыһына күрһәтеү теләге көслө. 1 – 14 декабрҙә Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Баймаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский һәм башҡа ҡалаларҙа, шулай уҡ район үҙәктәрендә тамашасыларҙы премьера көтә.
Фильмдың режиссерҙары – Булат Йосопов менән Ренад Еникеев. Төп рол­дәрҙең береһен Рәсәйҙең билдәле актеры Иван Кокоркин башҡара. Был роль өсөн ул ике сериалда уйнауҙан баш тартҡан. Сюжет студент-архитектор Василий Находкиндың мажараларына ҡоролған. Уның ролендә — йәш актер Вадим Мәғә­сүмов. Бынан тыш, билдәле актерҙар Владимир Латыпов-Догадов, Рушана Бабич, Эльвира Шрайнер, Рәмзил Сәлмә­новтар ҡатнаша.
Фильм тулыһынса Өфөлә төшөрөлгән. Төп съемкалар “Тере Таҫма” компанияһы павильонында үтһә лә, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында, Дим һәм Эҫем йылғалары буйҙарында, Өфө дәүләт нефть техник университетында, “Версаль” рестораны биләмәһендә эшләнгән кадрҙар ҙа бар. Фильмға музыканы билдәле композитор Владислав Савватеев яҙған. “Lumen” рок-төркөмө солисы Тэм Булатов чекист йырын башҡара. Күмәк күренештәрҙә меңдән ашыу актер йәлеп ителгән. Шулай итеп, “Наган”ды тоҫҡаныҡ. Ул сәпкә тейгәнме-юҡмы — тамашасы хәл итер.




Вернуться назад