Зәңгәр вертолет осоп килер ҙә…24.03.2012
Вологодск өлкәһендәге төрмәләрҙең береһенән 24 йылға иркенән мәхрүм ителгән Алексей Шестаковты әшнәләре “Ми-2” вертолеты ярҙамында урлағайны. Енәйәтсене шул уҡ көндә ҡулға алғандар.
Ир менән ҡатын (уларҙы әле эҙләйҙәр), вертолетты ҡулға төшөрөп, пилотына пистолет менән янап, колонияға осоп килә. Арҡанлы баҫҡыс ярҙамында Алексей Шестаковты урлап ҡасалар. Һаҡсылар был хәлдән шаҡ ҡата. Уларҙың береһе генә вертолетҡа ҡаршы ут аса, ләкин пулялар тимер машинаны туҡтата алмай. Енәйәтселәрҙең әлеге операцияһы ни бары 20 секунд эсендә башҡарыла. Рәсәйҙә ошоғаса бындай юл менән төрмәнән ҡасыусылар булмаған.