Үҙебеҙҙә сыҡһа ла...29.11.2016
Рәсәй донъяла алюмин етештереү буйынса Ҡытайҙан ҡала икенсе урынға сыҡты. Әммә шуныһы ғәжәп: был металл үҙебеҙҙә бик аҙ ҡулланыла.
Быйыл Рәсәй, Һиндостан һәм Канада бер-береһе менән уҙышып тигәндәй алюмин етештереү күләмен арттырҙы. Шулай ҙа улар араһында беҙҙең ил, йыллыҡ сығарыуҙы 3,6 миллион тоннаға тиклем еткереп, иң шәбе булып танылды. Был – донъяла етештерелгәндең ете проценты. Беренсе урында – Ҡытай. Улар донъялағы алюминдың 54 процентын ҡойған.
Әйткәндәй, Рәсәй алюминының күпселеге тиерлек экспортҡа оҙатыла. Ситкә һатылған металл араһында уның өлөшө 77 процент тәшкил итә. Быйыл беҙҙән алюминдың иң күбен АҠШ алған – уларға экспорттың сирек өлөшө тура килә. Икенсе урында – Япония (11 процент), өсөнсө – Төркиә (10 процент).
Шуныһы ғәжәп: Рәсәй бөтә донъяны алюмин менән тәьмин итһә лә, әлегә үҙебеҙҙә сығарылғанының бик аҙ өлөшө генә файҙаланыла. Дөйөм алғанда, Рәсәйгә һәм БДБ илдәренә уға ихтыяж бер процент ҡына тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта һуңғы биш йылда донъяла уға һорау 1,5 тапҡырға артҡан.
Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, был хәлде төҙәтеү өсөн юғары технологиялы етештереүҙе, айырыуса ауыр машиналар төҙөлөшөндә һәм авиация сәнәғәтендә етди күтәрелеш кәрәк. Бынан тыш, Рәсәйҙә төҙөлөштә лә алюмин бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек. Бындай конструкциялар ҡыйбат торһа ла, оҙаҡ йылдар һаҡланыуы менән отошло.