Яза ғына төҙәтә алһа икән...29.11.2016
Рәсәйҙең Юғары суды рәйесе Вячеслав Лебедев дөйөм юрисдикция судтарында айырым апелляция һәм кассация баҫҡыстары ойоштороу тураһында башланғыс менән сығыш яһаны. Үҙ идеяһын был ғәмәлдең арбитраж судтарҙа уңышлы һынау үтеүе менән дәлилләй ул. Яңы власть органдары хәҙерге административ-территориаль бүленеш сиктәренән сығып, махсус ойошторолған округтарҙа (бер нисә субъект) эш итеүсе үҙаллы судтар булараҡ күҙ алдына баҫтырыла.

Башланғыс тормошҡа аша ҡалһа, суд ҡарар­ҙарының бойондороҡһоҙлоғон көсәйтергә, үҙаллы власть тармағы булараҡ суд ҡоролошо системаһын ябайлаштырырға мөмкинлек тыуасаҡ, ти баш судья. Шәхси инициативаһы тураһында ул IX Бөтә Рәсәй судьялары съезында коллегалары менән фекер алышырға йыйына.
Бөгөн федераль судтарҙың түбәнге баҫҡысы – район һәм ҡала судтары – ҡарарҙары өсөн апелляция органы булып республикалар (өлкә һәм крайҙар) судтары һанала, кассация ялыу­ҙары Рәсәйҙең Юғары суды ҡарамағына бирелә. Әлеге башланғыс ҡабул ителә ҡалһа, был эшмәкәрлек республика (өлкә, край) судтары ҡарамағынан алынып, яңы ойошторолған апелляция баҫҡысына тапшырыласаҡ. Федерация субъекттары ҡарамағына сикләнгән эштәрҙе генә ҡалдырып, уларҙың бушаған штаттарын округ судтарына бирергә мөмкин, ти Лебедев.
Биш апелляция суды ойоштороу өсөн өҫтәмә рәүештә 170 судья кәрәк булып, уның сығым­да­ры 839 миллион һум тирәһендә күҙаллана. Ә бына 790 Фемида әһеле эш урыны табасаҡ округ судтары өсөн сығымдар күберәк – 3 миллиард һум. Идеяны Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников менән ил Хөкүмәтенең юғары судтарҙағы вәкиле Михаил Барщевский хуплап та өлгөргән. Йәнәһе, был аҙым йәмғиәттең судтарға ышанысын нығытасаҡ.
Идея яңы түгел. Бынан ун йыл самаһы элек шул уҡ Вячеслав Лебедев Федерация субъект­тары сиктәре менән тап килмәгән округтар ойоштороп, нигеҙҙә, губернаторҙар өҫтөнән ҡуҙғатылған эштәрҙе ҡарау өсөн административ судтар асыу тураһында тәҡдим индереп ҡарағайны. Һүҙ күп булды, әммә идея шул килеш ҡалды. Был юлы ул бөтөнләй ышандырмай, сөнки судья законлы, нигеҙле һәм ғәҙел ҡарарға килһен өсөн, унан юғары профессиональ оҫталыҡ, гражданлыҡ яуаплылығы ғына талап ителә. Ә бына судтарҙағы эштең самаһыҙ күплеге (судья шул арҡала хаталана, тигән ҡараш бар) хәл иткес дәрәжәлә илдәге иҡтисади, социаль һәм мәҙәни көрсөктәргә, ахыр сиктә хоҡуҡи нигилизмға бәйле. Күренеүенсә, судтар был проблемаларҙы хәл итеү менән шөғөлләнмәй.



Вернуться назад