Аҙнаһына өс көн ял кәрәкме?29.11.2016
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү тураһындағы тәҡдиме буйынса Көнбайыш илдәрендә шунда уҡ фекер алышырға тотонһалар, Рәсәйҙә уны иғтибарға алыусы ла булманы шикелле. Шарттарҙы үҙгәртергә саҡырыусылар раҫлауынса, дөрөҫ ҡараш эш урындарын арттырырға, экологияға көсөргәнеште кәметергә, хатта хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтерергә форсат тыуҙырасаҡ. Өҫтәүенә кешеләрҙең һаулығын хәстәрләргә ваҡыты күберәк ҡалыр, һөҙөмтәле эшләү мөмкинлеге киңәйер, бәлә-ҡаза осраҡтары сикләнер ине, тип фаразлайҙар.

Мәскәүҙең Профсоюздар федерацияһы был башланғысҡа бәйле үҙ тәҡдимдәрен индерә. Улар эш аҙнаһын 32 сәғәткә ҡалдырып, һәр сәғәт өсөн 128 һум 91 тин түләүҙе законлаштырыу яғында. Ләкин Рәсәйҙә был яңылыҡты һәр унынсы ойошма етәксеһе генә хуплай, күпселегенең фекеренсә, ундай шарттарҙа эш урындарын арттырырға мөмкинлек тыумаясаҡ. Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү өсөн эште ике сменала ойоштороу кәрәк булһа, ул продукцияның үҙҡиммәтен 10-12 процентҡа күтәрәсәк кенә. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының башланғысы федераль Хөкүмәт тарафынан да яҡлау тапмаған, вице-премьер Ольга Голодец: “Был беҙҙең ил өсөн әһәмиәтле түгел”, – тип белдергән.
Ысынлап та, беҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге Европа союзы илдәрендәгегә ҡарағанда – 2, АҠШ-тағынан 2,5 тапҡырға түбәнерәк. Юғары әҙерлекле эшселәргә ҡытлыҡ кисерелгән мәлдә илдә 5 миллион бухгалтер һәм 3 миллион ҡарауылсы иҫәпләнә. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә аҙнаһына 50 сәғәт эшләүселәр 0,18 процент ҡына. Шул уҡ ваҡытта Швейцарияла – 6,3, АҠШ-та – 12, Мексикала 28 процент тәшкил итә ундайҙар. Төп күрһәткес – беҙҙә эш ваҡытын көнөнә 8 сәғәт менән сикләмәүселәрҙең теүәл иҫәбе алып барылмай. Мәскәүҙә, әлбиттә, ундайҙар 20 процентҡа барып баҫа, сөнки баш ҡалала эш хаҡы юғары, шулай уҡ торлаҡ өсөн сығымдар башҡаларҙыҡы менән сағыштырырлыҡ түгел.
Башҡа мәмләкәттәрҙәге хеҙмәт аҙнаһын нисек күҙ алдына баҫтырырға? Үҙәк матбуғат баҫмалары хәбәренә ҡарағанда, Ҡытайҙа эш аҙнаһы алты көнлөк, төшкө аш өсөн ни бары 20 минут бирелә, йыллыҡ ял да 10 тәүлектән артмай. Хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырылып торған Японияла иһә кешеләрҙе ошо рәүешле әрһеҙләү кире эҙемтәләргә килтергән: мәҫәлән, 1,7 мең компанияла 19,5 мең хеҙмәткәр ҡатнашлығында үткәрелгән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, билдәләнгән ваҡыттан 80 сәғәткә күберәк эшләүселәр байтаҡ, бындай хәл йыш ҡына үлем менән тамамлана.
Рәсәй өсөн дүрт көнлөк эш аҙнаһы ҡулай булмаһа ла, хәҙерге технологик шарттарҙа 6 йәки 7 сәғәтлек эш көнөнә күсеү мөмкинлеге бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, идеяны күтәргән кеше генә күренмәй. Ә баяғы тәҡдим иһә хеҙмәтте ойоштороуҙағы етди кәмселектәрҙе бөтөрмәй, эш биреүсе менән ялланыусылар араһында сәләмәт мөнәсәбәт урынлаштырмаған хәлдә уны күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйын.


Вернуться назад