Уртаҡ эш ырамлы29.11.2016
Уртаҡ эш ырамлы 9 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан муниципаль берәмектәренең VI съезы була. Ике йылға бер ойошторолоусы ҙур форумда республиканың муниципаль берәмектәре ҡатнашасаҡ, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнәсәк.


2007 йылдан Рәсәйҙә урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы уңышлы эш­ләп килә, 2014 йылдан Баш­ҡорт­остан да сараға әүҙем ҡушылған. Программа ҡабул ителгәндән башлап Рәсәйҙә 3 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Республикабыҙға килгәндә, 2014-2015 йылдарҙа программала Урал аръяғының ете районы ҡат­нашһа, быйыл иһә барлыҡ ра­йон­дар әүҙем ҡушылған. Тәүҙә Хөкүмәтебеҙ урындағы 300 баш­ланғысты финанс­лауҙы план­лаш­тырһа, ысынбарлыҡта улар­ҙың һаны 1,5 тапҡырға күберәк булып сыҡҡан. Шулай итеп, тәҡ­дим ителгән 661 проекттың 487-һе һайлап алынған (458 проект – ауыл билә­мәләрендә, 29-ы – ҡала округтарында), уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 450 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған, шул иҫәптән программаны бер­лектә финанслау өсөн республика ҡаҙнаһынан 300,7 миллион һум аҡса бүленгән, ҡалған сы­ғымдарҙы урындағы үҙидара органдары, халыҡ иғәнәләре, ба­ғыусы­ларҙың ярҙамы тәшкил итә. Ауыл ерендә бер баш­лан­ғысты финанслау уртаса 912 мең һумға барып баҫһа, ҡалала был сумма 1 миллион 126 мең һумға етә.
Программаның маҡсаты ябай: төбәк­тәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам­лаша. Ошонан сығып, төбәктәрҙә юлдар йүнәтелә, ауылдар эсәр һыу, янғын хәүеф­һеҙлеге саралары менән тәьмин ителә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары тө­ҙөлә, урамдар яҡтыртыла, техника алына һәм башҡа мөһим эштәр теүәлләнә.
Был йәһәттән Учалы районы­ның урындағы үҙидара органдары әүҙем эш алып бара, программала учалылар өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша, ошо йылдар эсендә 43 проект тормошҡа ашырылған. Быйыл иһә, республика конкурсына, урындағы баш­ланғыстарға таянып, йәмәғәт­селек инфраструк­тураһын яҡ­шыр­тыу буйынса ун бер проект тәҡдим ителгән, уларҙың етеһе һайлап алынған.
Исемлектә – ҡала пляжының ял зонаһын төҙөкләндереү, Мин­дәк ауылы урамдарына яҡтылыҡ үткәреү, Рысай һәм Ураҙ ауылдарында урам яҡтыртыу систе­маһын ремонтлау, Учалы ауылында ер аҫтына ҡаҙып ҡуйылған махсус сүп-сар контейнерҙарын урынлаштырыу, Илтабан ауылы зыяратын кәртәләү, Иҫке Бай­рам­ғол ауылына юлды ремонтлау.
Һис шикһеҙ, һәр проект көн­үҙәк һәм хәл ителеүҙе талап итә. Ҡайһы бер мәсьәләләр бынан бер нисә йыл элек үк күтәрелгән һәм тамамлауҙы көтә. Миҫал өсөн, данлыҡлы Әүлиә шишмә­һенә алып барған юлдың хәле әлегә бик үк шатланырлыҡ түгел. Быға тиклем, 2014 йылда, ошо проектҡа ярашлы, юлға таш түшәлгән, 2015 йылда асфальт һалына башлаған. Киләсәктә был эш еренә еткереләсәк. Быны тормошҡа ашырыу өсөн 2 миллион 279 мең һум аҡса талап ителә. Әйтергә кәрәк, Әүлиә шиш­мәһенә юл урындағы халыҡ өсөн генә түгел, ә ошо изге урында булып, шифа һәм рухи аҙыҡ алырға килгән район ҡунаҡ­тарына ла кәрәк.
Ер аҫтына урынлаштырыла торған сүп-сар контейнерҙарын ҡуйыу эше лә дауам итәсәк. 2014 йылда был проект конкурстан үтә алмаһа ла, урындағы власть органдары һәм халыҡтың әүҙем­леге менән эш еренә еткерелгән, 15 контейнер һатып алынған. Былтыр иһә урындағы башлан­ғыстарға бу­лышлыҡ итеү про­граммаһының конкурсында ошо проектҡа уңыш йылмайған, 17 контейнер ҡуйыу финанс­ланған. Быйыл 13 контейнер үҙ сиратын көтә.
Хәйер, башланғыстарҙың ха­ҡы төрлөсә. Мәҫәлән, Учалы ҡа­лаһындағы күл ярын тәртипкә килтереү, пляжды йыһаз­лан­дырыу өсөн 2,298 миллион һум сығым талап ителә. Әгәр ҙә халыҡтың хыялы тормошҡа аш­һа, бында уйын майҙансығы бул­дырыласаҡ, пляж волейболы һәм мини-футбол өсөн ҡорол­ма­лар ҡуйыласаҡ, тирә-йүнгә электр үткәреләсәк. Тимәк, ҡа­лала йәшәүселәр һәм балалар, ҡомда ҡыҙы­ныу менән бер рәт­тән, уңайлы шарт­тарҙа ял итә­сәк, спорт менән шөғөл­ләнәсәк.
Сығымдарҙы республика һәм урын­дағы ҡаҙна, шулай уҡ ба­ғыусылар ғына түгел, ә төбәктә йәшәүселәр ҙә ҡаплағас, бөтә эш халыҡтың туранан-тура ҡат­нашлығында һәм уның контро­лендә башҡарылырға тейеш. Был йәһәттән учалылар – әүҙем халыҡ.
Әйткәндәй, тап ошоно иҫәпкә алып, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәү­ләтгәрәев күптән түгел Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында Һинд­ос­тандың Кочи ҡалаһында партисипаторлы (ҡатнаш) бюджетлау мәсьә­ләләре буйынса ойош­торолған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашты. Фәрит Фәтих улы ундағы сығышында үҙидара органдарының урындағы ҡаҙ­наны туплау процесына халыҡты әүҙем йәлеп итеү юлдары, урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһын Учалы ерлегендә уңышлы ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, әле башҡарылған эштәрҙән тыш, киләсәктә урындағы фермер­ҙарға һөт йыйыу урыны ойоштороу, ауыл юлдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн техника алыу пландары барлығын еткерҙе.
Программаның тағы бер ыңғай яғын билдәләп үтмәү мөмкин түгел: ихтыяж­дан сығып, көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү, унан да би­герәк урындағы үҙидара орган­дарының, республика власта­рының ярҙамын һәм яҡлауын тойоу, аҙаҡ иһә эш һөҙөмтә­ләрен күреү кешеләрҙең күңелен күтәрә, йәшәү дәрте уята.



Вернуться назад