“Орфей”лы һәм “Алтын микрофон”лы булдыҡ29.11.2016
“Орфей”лы һәм “Алтын микрофон”лы булдыҡ Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “ТЭФИ-Төбәк” Бөтә Рәсәй телевизион бәйгеһендә еңгән һәм “Радиомания-2016” милли премияһына лайыҡ булған яҡташтарыбыҙ менән осрашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала баш ҡалабыҙҙа Рәсәйҙең 83 төбәгенән 167 телекомпания вәкиле бронза “Орфей” өсөн көрәште. Был көндәрҙә шулай уҡ “түңәрәк өҫтәл”дәр, тренингтар һәм фекер алышыуҙар уҙғарылды. Конкурс өс көн дауамында барҙы, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы “Башҡортостан” концерт залында уҙҙы.
Еңеүселәр 19 номинация буйынса бүләкләнде. Күкрәген йыртып күңел ҡылдарын сирткән һындарҙың береһен “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының хеҙмәткәре Айгөл Кантюкова алды. Был бүләк уға “Мәғлүмәт тапшырыуын алып барыусы” номинацияһында еңгәне өсөн бирелде. Йәнә бер яҡташыбыҙ “Еңеп сығыу” махсус номинацияһында өҫтөнлөктө яуланы – “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Зилиә Авзалова диплом һәм иҫтәлекле бүләк менән билдәләнде.
Ә унан алда “Спутник ФМ” радиоһының алып барыусыһы Юлиә Макарова “Радиомания-2016” милли премияһына лайыҡ булған ине. Ул “Тарих ҡуласаһы” радиотапшырыуы өсөн “Алтын микрофон” менән бүләкләнгәйне.


Вернуться назад