Кейемдәре ала күҙ яуын!29.11.2016
Кейемдәре  ала күҙ яуын! Ошо көндәрҙә Өфөлә “Селтәр” республика башҡорт халыҡ биҙәүесе конкурсына йомғаҡ яһалды. Халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортона бөтә Башҡортостандан оҫтабикәләр йыйылды.


Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың иң өлкәненә — 90, иң йәшенә ни бары 12 йәш ине. Былтыр декабрҙә иғлан ителгән бәйгелә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергәйне. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күкрәксәһен эшләү буйынса Әбйәлил районынан Рита Шәйҙуллина алдынғылыҡты бирмәне. Ул бер йыл эсендә 123 күкрәксә, йөҙҙән ашыу ҡашмау яһаған. Бәйгегә ебәрелгән әйберҙәрҙең фотолары “Бәйләнештә” социаль селтәрендә даими донъя күрҙе.
— Һәр күкрәксә халҡыбыҙҙың кейем үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡарылған. Әммә күргәҙмәлә бер-береһен ҡабатлаған эштәрҙе тапмаҫһығыҙ. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә күркәм һәм ҡабатланмаҫ, — тине конкурсты ойоштороусыларҙың береһе, “Ағинәй” республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе Гөлфиә Янбаева.
Фестивалдең төп бүләгенә “Ағинәй” йәмғиәтенең Асия Ғәйнуллина етәксе­легендәге Сибай филиалы оҫтабикә­лә­ренең эштәре лайыҡ булды. Уларға сараның төп бағыусыһы – “Юлдаш” радиоһынан теген машинаһы тапшырылды. Лауреаттар “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаеванан, журналист Зөлфиә Рәхмәтуллинанан, “Аҡ тирмә” клубы етәксеһе Рәйсә Күзбәкованан, шағирәләр Гүзәл Ситдиҡова, Гөлназ Ҡотоева, Тамара Юлдашеванан, эшҡыуарҙар Риф Иҫәнов, Фәниә Йәнбирҙина, Гөлсәсәк Әлибаева, Зилә Йәғәфәрова, Зилә Аксенова, Сәйнә Хәсәнованан махсус бүләк алды.




Вернуться назад