15 етемгә атай-әсәй табылған24.03.2012
“Ғаилә” психологик-медицина-социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә тәрбиәгә бала алырға теләүсе ата-әсәләр өсөн ике аҙналыҡ семинар үтәсәк.
Үҙәктең хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бала өсөн лайыҡлы ата-әсә табыу ғына аҙ – ике яҡты ла был етди аҙымға ентекле әҙерләргә кәрәк. Бала ғаиләгә оҙаҡ өйрәнә. Ошо ваҡыт эсендә ғаилә ағзалары төрлө кәртәләргә осрай. Семинар программаһына ярашлы, психологик диагностика үткәреләсәк. Белгестәр буласаҡ ата-әсәләрҙе баланы тәрбиәгә алыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге, тәрбиә биреүселәрҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары, социаль ярҙам саралары менән таныштырасаҡ. Былтыр үҙәк ошондай 16 семинар үткәргән, унда 200-ҙән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Был юлы 15 ғаилә атай-әсәй булырға теләк белдергән.