Ер йөҙөндәге изгеләрҙән-изге кешебеҙ – Заря әсәйебеҙҙе оло байрам – Әсә көнө айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ!25.11.2016
Бына 24 йыл инде ул кешеләрҙе айыҡ тормошҡа йәлеп итеү йәһәтенән халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итә. Нәҡ уға бөтә планетанан сәләм юллайҙар. Рәхмәт һүҙҙәре генә лә 400 битлек китапҡа һыйған. Аҙнаһына 53 меңгә яҡын кеше уның сәхифәһенә инеп, тән һәм йән сихәте ала.
Заря әсәйебеҙ донъя кимәлендәге асыштың авторы. Уның китабы Рәсәй Медицина фәндәре академияһы тәҡдиме менән Башҡортостан Фәндәр академияһы тарафынан һигеҙ тапҡыр нәшерләнде. Тәүге китабын халыҡ шағиры Мостай Кәрим, ете академик һәм дүрт министрлыҡ хуплап сыҡты.
Заря әсәйҙе хатта ҡартлыҡ та буйһондора алмай! Мәңге йәшә, сирләмә! Беҙ һине бик яратабыҙ!
Ҡотлау менән сабыйҙарҙы ҡотҡарыу хәрәкәтенән Римма, Радик.