Ҡәҙерле атайыбыҙҙы 75 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап25.11.2016
Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылында йәшәгән ҡәҙерле атайыбыҙҙы – Басир Ғәлиулла улы ҒӘЛИЕВте күркәм юбилейы – 75 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн.Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән балаларың, туғандарың.