“Өлгөрә алмайбыҙ...”25.11.2016
– “Өй” һүҙенең “өйөү”ҙән алынғанлығына ныҡлы инандыҡ хәҙер: йортобоҙҙо һала башлағандан бирле бөтөн иғтибарҙы уға бүләбеҙ. Хатта күсенеп сыҡҡас та Ҡөрьән уҡытырға ваҡыт табып булмай. Ундай ҡунаҡ йыйырға аҡса ла етмәй. Ә яңыраҡ көҙгөбөҙ эленеп торған ерендә буштан-буш сатнағас, күңелемдә хәүеф, ҡурҡыу барлыҡҡа килде. Нилектән икән был, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Ҡөрьән уҡытмағанданмы?
Ә. РАХМАНОВА.
Иглин районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Йәштәребеҙҙең шулай үҙ йортон төҙөүе – сикһеҙ шатлыҡ, әл-хәмдү лил-ләһ. Өй һалыу, ғаиләне, балаларҙы иркен, уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү – Исламдың бөйөк тәғлимәттәренең береһе. “Әҙәм балаһының бәхете – йортоноң күркәм, яҡты булыуында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Динебеҙгә ярашлы, өйгә нигеҙ һалған ваҡытта уҡ Ҡөрьән уҡыла, доға ҡылына. Мосолмандарҙа борон-борондан килгән күркәм ғәҙәт был. Ошолай Аллаһ Тәғәләнең ризалығын, рәхмәтен алып башланған тормош, иншаллаһ, нурлы, бәрәкәтле булыр, ғаилә имен, тыныс, татыу ғүмер итер. Әлбиттә ки, артабан да өйҙө аят-доғанан айырырға ярамай. “Йортоғоҙҙо намаҙ һәм Ҡөрьән менән нурландырып тороғоҙ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Ихатаһы булған үҙ йортоңда йәшәү – ҙур бәрәкәт. Унда балалар ҙа эшкә өйрәнеп, күркәм тәрбиә алып үҫә. Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, ошондай уңайлы шарттарҙа буй еткергән уландар киләсәктә үҙҙәре лә күркәм йорт төҙөп, ғаиләһен хәстәрлектә йәшәтәсәк. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, өй һалғанда йәштәрҙең өлкәндәр менән кәңәшләшеүе, фекер алышыуы мөһим. Ҡул, һүҙ көсө аша күмәкләп башҡарылған хеҙмәт бәрәкәтле, ҡәҙерле булыр. Әл-хәмдү лил-ләһ, хәҙер йорттарҙы ҡупшы, уңайлы итеп төҙөү йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр бар. Иң мөһиме – өйҙәребеҙ нурлы булһын, унда бала-саға тауышы яңғырап торһон, эргәһендә күҙҙе иркәләп ағастар, сәскәләр, емеш-еләк үҫһен. Йортҡа мотлаҡ ҡояш төшөргә тейеш. Бының айырым хикмәте бар: тәбиғәт нуры йылытмаған ерҙә гөл дә йүнләп үҫмәй бит.
Миңә был һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙҙең “өйәбеҙ ҙә өйәбеҙ” тип ҡәнәғәтһеҙерәк әйтеүе килешеп етмәй. Һәр изге, кәрәкле эште, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөтөн күңелде һалып, ихласлыҡ менән башҡарырға тейешбеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шул ваҡытта бәрәкәт тә килә. “Ҡөрьән уҡытыу өсөн аҡса етмәй” тиеү ҙә динебеҙгә ярашлы түгел. Был ғәмәл мотлаҡ үтәлергә тейеш. Мәжлесте шул хәтлем ҙур итеп, юҡтан бар яһап үткәрергә тимәгән. Өҫтәлдең дә һыйҙан һығылып тороуы мөһим түгел. Һәр кем мөмкинлегенә ҡарап ҡунаҡ йыя, аш-һыу әҙерләй. Иң мөһиме – барыһы ла ихлас күңелдән, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп башҡарылырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙҙең “Ҡунаҡ йортҡа үҙе менән бәрәкәт алып килер” тигән һүҙҙәрен дә онотмаһаҡсы.
Ә инде көҙгөнөң сатнауы сәбәпле хәүефләнеүгә килгәндә, был – бөтөнләй ярамаған эш. Быяла бит, ярыла инде. Ислам дине ошондай ырымдарға ышанырға, шомланырға, шикләнергә рөхсәт итмәй. Һәр көндө Аллаһ Тәғәләнең ихтыярына тапшырып, ҡөҙрәтенә инанып, хәләл көсөңдө һалып, аят-доғалар менән үткәрергә кәрәк. Өй – һинең ҡәлғәң, балалар үҫкән изге урын, тимәк, унда фәҡәт күркәм хис-тойғо, яҡты ышаныс, изгелек хөкөм һөрөргә тейеш.
Ҡөрьәнде мотлаҡ уҡытығыҙ. Бер тапҡыр ғына түгел, ваҡыты-ваҡыты менән. Изге доғаның көсө сикһеҙ – бер ниндәй шомланыуға, ҡурҡыуға урын ҡалмаҫ. Шул саҡта йортоғоҙ имандан яҡтырып, һәр көнөбөҙгә бәрәкәт биреп торор, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.