Сәңгелдәге һаман өрлөктә25.11.2016
Сәңгелдәге һаман өрлөктә Абруйлы яҡташыбыҙ, арҙаҡлы ғалим Әхмәт Сөләймәнов әсәйемдең бер туған ҡустыһы булды. Мәңге һоҡландырыр йөҙйәшәр ҡарағайҙай ине лә... Ҡапыл ауҙы... Илай-илай ағайым тураһындағы яҙмаларҙы барлайым. Бына әсәйем мәрхүмәнең үткән быуатта “Таң” гәзитендә баҫылған мәҡәләһе.
“...Әхмәткә өс йәш тигәндә, атайыбыҙҙы мәңгелеккә юғалтып, беҙ, биш бала, әсәй тәрбиәһендә тороп ҡалдыҡ. Донъя көтөүгә ирҙәрсә ҡатынҡы, әрһеҙ ҡәҙерлебеҙ янында үҙебеҙҙе башҡаларҙан кәм тойманыҡ. Әсәйебеҙ беҙҙе хәленән килгәнсә кеше итергә тырышты. Егәрле булды. Хәтеремдә, элек бригадирҙар таң менән өй беренсә йөрөп, тәҙрә ҡағып, халыҡты эшкә саҡыра торғайны. Был ваҡытта инде әсәйем, иртәнге намаҙын уҡып, йөн йәки киндер иләп ултырыр ине. Бригадир тәҙрә туҡылдатҡас, “Тороп киләм, хәҙер”, – тигән булып, ҡорғандарҙы асып ебәрә...
Атай-әсәйгә оҡшаптыр, ҡустыла­рым Зәки менән Әхмәт тә ҡул араһына иртә инеп, үҙаллы булып үҫте. Ҡыш урмандан йүкә килтереп, айырып, арҡан-дилбегә ишеп һатабыҙ. Баҡсасылыҡ – ҙур табыш: ишелеп үҫкән йәшелсәне, картуфты, кукурузды, боросто биҙрәләп Байназарға алып барып һатып, кейем-һалым, уҡыу кәрәк-ярағы йүнләйбеҙ.
...Әхмәткә йор һүҙлелек атай мәрхүмдән күскәндер. Ул сәсән телле булды. Һәр саҡ мәрәкәләп һөйләшер, хәбәрен һамаҡлап еткерер ине. Мәжлестәрҙә бәйетһеҙ һүҙ әйткәнен иҫләмәйем.
Бала саҡта тиҫтерҙәренән шуҡлы­ғы менән айырылып торҙо ҡустым. Шуғалыр ҙа уйындарҙың башлаусыһы ул була торғайны. Һәр нәмә ҡулынан килде. Конькиҙы, саңғыны үҙе эшләп алып шыуыр ине. Яҙыу-һыҙыуға ла оҫта: байрамдар алдынан клубтың, кәнсәнең эсен-тышын уның лозунгтары биҙәй...
Ғаиләбеҙҙә барыһы ла уҡырға ынтылып торҙо. Таһыллы, егәрле әсәйем биш балаһының өсәүһен юғары белемле итеүгә өлгәште. Тик үҫтергән “емештәр”енә ҡарап һөйөнә генә алманы – иртәрәк китте донъянан...
Әхмәт күптән инде Бөрйәндән алыҫта йәшәй. Аллаға шөкөр, тыуған яҡ һуҡмаҡтарын һыуытҡаны юҡ. “Таң” гәзитен дә алдырып уҡып бара. Мине, берҙән-бер апаһын, күҙ ҡараһындай һаҡларға тырыша, әсәй урынына хөрмәтләй...”
Эйе, әсәйем өсөн өҙөлөп торҙо Әхмәт ағай. Ниндәй генә эше, ҙур мәшәҡәттәре булһа ла, апаһының хәлен белеп китергә яйын тапты. Иғтибары, ихтирамы һәммәбеҙгә лә етте.
Әсәйемдең йыллығына ҡайтҡанын­да тыуған ерендә яйлап йөрөп китте ағайым. Ҡабаланманы. Әсәйем йөрөгән юлдарҙан, урман һуҡмаҡ­тарынан үтте, һәммәбеҙ менән дә оҙаҡ итеп аралашыу әмәлен тапты. Һәр ваҡыттағыса, табын янында һөйләне лә һөйләне. Ағайымдың ҡиәфәтендә, ым-ишараһында ғәзиз әсәйемдең булмышы сағыла, һүҙҙәре аша ҡәҙерлемдең аҡылы йәнә күңелемә һалына... Танһығым ҡанмай тыңлайым, күҙемде ала алмайым. Ағайым һөйләгәндә ҡырылмаһа ҡырҡ мәшәҡәтле ауыл тормошо үҙе туҡтап торғандай ине.
Ҡәҙерлебеҙгә иғтибар, ихтирам күрһәтеп ҡалырға тырыштыҡ. Мәктәптә Ә.М. Сөләймәнов исемендәге фольклор кабинеты асылғас ҡыуаныуҙары... Бынан 77 йыл элек нәҡ ағайым өсөн яһалған сәңгелдәк өйөбөҙ түренән төшмәй, хәҙер инде өрлөккә 29-сы тапҡыр эленде. Рухлы быуын бәүетеп үҫтереүен дауам итһен, иншаллаһ!
...Тыуған яғына һуңғы тапҡыр ҡайтҡанын күңелем һиҙҙе. “Хушлашып китте, хушлашып китте”... Туғанда­рымды хафаға һалып, машина күҙҙән юғалғансы ҡабатланым шул һүҙҙәрҙе.
Ағайым... Бөтөн Бөрйәндең, милләте­беҙ­ҙең ағаһы... Бәхил бул, йәнең йәннәттә кинәнһен.


Вернуться назад