Бай тарихҡа эйә Бүздәк РЭС-ы коллективы алдында ҡуйылған төп бурыс булып ҡулланыусыларҙы тотороҡло рәүештә электр энергияһы менән тәьмин итеү тора. Ут район буйынса 346 предприятие һәм ойошма, учреждениеға бирелә, шәхси секторҙа 12 407 көнкүреш абоненты иҫәпләнә. Был йәһәттән РЭС үҙ йөкләмәләрен тулы күләмдә һәм тотҡарлыҡһыҙ үтәп килә. Шул уҡ ваҡытта иҫкергән электр селтәрҙәрен яңыртыу, ауылдарҙағы яңы йорттар һәм ҡасабаларға ут керетеү буйынса ла эш дауам итә, заманса предприятиелар, магазиндар асылып тора. Уларҙың һәр ҡайһыһын электр энергияһы менән тәьмин итеү талап ителә.
Бүздәк энергетиктары был йүнәлештә лә эштәрен киң йәйелдерҙе. Атап әйткәндә, район үҙәге Бүздәк ауылында күп ҡатлы йорттарҙан торған яңы ҡасаба барлыҡҡа килде. Ғөмүмән, һуңғы өс йылда ғына ла унға яҡын күп фатирлы йорт төҙөлдө. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө лә киң ҡолас менән бара.
Район үҙәгендә республика күләмендә тиңе булмаған инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла башланы. Ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүгә махсуслашҡан “Бүздәк” теплица комплексы төҙөлөшө – шуларҙың береһе. Былтыр файҙаланыуға тапшырылған “Ғафури” ярҙамсы станцияһы хәҙер теплица комплексын тулы күләмдә электр энергияһы менән тәьмин итә. Яҡындағы “М-5 Урал” автомагистраленән балҡып күренә ул. Әйткәндәй, Бүздәк РЭС-ының эре ҡулланыусылары араһында киң танылған предприятиеларҙан Башҡортостан ит компанияһы, Бүздәк консерва комбинаты ла бар.
Шәхси эшҡыуар Фәүил Хәбибрахмановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Бүздәк” теплица комплексы үҫешә, уның дөйөм майҙанын алдағы йылдарҙа 12 гектарға еткереү күҙҙә тотола. Тимәк, йәнә ҙур күләмдә электр энергияһы талап ителәсәк. “Ғафури” ярҙамсы станцияһының техник ҡеүәттәре был ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндереү мөмкинлегенә эйә.
Быйыл Ташлыкүл ауылында “Нерал-Бүздәк” йәмғиәте тарафынан ашлыҡты эшкәртеү һәм һаҡлау комплексы сафҡа инде. Уны электр энергияһы менән тәьмин итеү маҡсатында Бүздәк энергетиктары селтәр һуҙҙы һәм заманса яңы комплектлы трансформатор ярҙамсы станцияһы төҙөнө. Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Рәмил Сәлихов етәкселегендәге эшселәрҙең хеҙмәте һәр саҡ юғары кимәлдә.
Энергетик хеҙмәте үтә яуаплы һәм хәүефле. Шуға ла бында эшләгән һәр кемдән тәрән белем, ҙур теүәллек һәм яуаплылыҡ талап ителә. Коллективта шундай бурыстарҙы иңләрҙәй һәләтле һәм намыҫлы кешеләр тупланған. Һуңғы 20 йылда Бүздәк РЭС-ы Башҡортостан электр селтәрҙәре тармағында гелән алдынғы урындарҙы биләй, алдынғы тәжрибә мәктәбенә әүерелде.
Хеҙмәт династиялары – айырым ғорурлыҡ. Был йәһәттән аталы-уллы Мөсәлим һәм Рәмил Сәлиховтарҙы алайыҡ. 40 йыл ғүмерен энергетикаға бағышлаған Мөсәлим ағайҙың даны һәм абруйы ҙур. Бүздәк РЭС-ына ул етәкселек иткән йылдар ысын-ысындан күтәрелеш, үҫеш осоро була. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Атай юлын дауам итеп, Рәмил Мөсәлим улы бына 30 йыл инде тармаҡта хеҙмәт итә
Абруйлы династиялар берәү генә түгел. Заһир Мостафин, Владимир һәм Виктор Яхно аталары өлгөһөндә эште дауам итә.
Ағалы-ҡустылы Хисаметдиновтарҙан Флорид Ғәли улы диспетчер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Радик Ғәли улы иһә (һүрәттә) 26 йыл фиҙакәр хеҙмәт итеп, абруй ҡаҙанған. Ул Бәләбәйҙәге техникумда электрик һөнәрен алғас, электромонтажсы булып эш башлай, Совет Армияһында бурысын үтәгәндән һуң районда төрлө ойошмаларҙа тәжрибә туплай, ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр институтын тамамлай. Ә бөгөн иһә ярҙамсы станция бүлеге мастеры Радик Хисаметдинов – иң яуаплы бурысты атҡарырға һәләтле абруйлы белгес. Новаторлыҡ, уйлап табыу йәһәтенән дә күптәргә өлгө ул. Үҙенә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы” исеме бирелеүе лә күпте һөйләй.
Бүздәк республикабыҙҙың ныҡлы үҫешкән алдынғы төбәге булһа, бында хаҡлы рәүештә энергетиктарҙың да хеҙмәт өлөшө ҙур. Уларҙың көндәлек фиҙакәр хеҙмәте райондың социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.