Эскән килеш руль тотоусылар кәмемәй24.03.2012
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҙған ял көндәрендәге акцияларға йомғаҡ яһаған. Махсус саралар барышында юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 12,5 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, тип хәбәр итә улар. Күптәр хәүефһеҙлек ҡайышын һанға һуҡмай, светофорҙың ҡыҙыл утын “күрмәүсе”ләр йыш тотола икән.
Ҡағиҙәне тупаҫ боҙоусылар ҙа күп: юлдың ҡаршы һыҙатына сығалар, ярамаған ерҙә алда барған машинаны урап уҙалар… Статистика буйынса, юл-транспорт һәләкәтенә килтергән төп сәбәптәр – тап ошолар. Бынан тыш, ял көндәрендә алкоголь ҡулланған 400-ҙән ашыу водитель ҡулға алынған.