Ожмах сәскәләрен тәрбиәләү серҙәре25.11.2016
Ожмах сәскәләрен тәрбиәләү серҙәре
Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм балаларҙы был тормоштоң ожмах сәскәләре тип атаған, һәр саҡ сабыйҙарға ихтирамлы булған. Уларҙы айырмай, бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡараған, бәләкәстәр менән шаярырға, уйнарға яратҡан. Өфө ҡалаһынан Илмира Арыҫланова ла тәрбиә эшендә хәҙистәргә таяна. Хоҙай Тәғәлә уға береһенән-береһе матур бер ҡыҙ һәм ул бүләк иткән.
– Тормошобоҙҙоң йәме – бала­лар­ҙа, – ти Илмира. – Уларҙың ярыша-яры­ша хәбәр һөйләүе, бергәләшеп сыр-сыу килеп аш бүлмәһендә ҡай­науы, аталарының ҡайтыуын түҙем­һеҙләнеп көтөүе – әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел.
Илмира Арыҫланова – Өфө ҡала­һындағы мосолмандарҙың Диниә назараты ҡарамағындағы нәфислек мәктәбе етәксеһе. Барыһына ла өлгө­рөр өсөн һәр көнөн планлаштырырға өйрәнгән. Иртәгә ниндәй эш баш­ҡарырын, ниндәй осрашыу булырын, ҡайҙа барырға кәрәклеген теркәп ҡуя. “Һәр көнөмдө Аллаһ исеме менән башлайым. Аллаһ Тәғәлә үҙе көс, дәрт, ваҡыт бирә. Әсәй кеше ваҡытын дөрөҫ ҡулланырға тейеш”, – тигән фекерҙә Илмира.
Йәш әсәнең өлкән ҡыҙы Ғәйшәгә биш йәш. Ул баш ҡаланың 40-сы башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй. Уны бәләкәйҙән әртис тиерһең! Яңыраҡ “Тамыр” балалар студияһында шөғөлләнә башлаған. Нурсолтанға әле йәш тә туғыҙ ай. Уның да ҡыҙыҡ­һыныуҙары күп, бигерәк тә башҡорт әкиәттәрен тыңларға әүәҫ. Әйткәндәй, ғаиләлә балалар Ислам дине ҡанун­дарына ярашлы тәрбиәләнә.
– Ислам динендә балаларҙы тәр­биәләү еңелерәк, сөнки Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ дөрөҫ тәрбиә биреү серҙәрен өйрәтеп ҡалдырған. Иң мөһиме – сабыйҙарҙы ысын күңелдән яратыу. Ғаиләбеҙҙә балаларҙы айыр­майбыҙ. Уларға тигеҙ ҡарап, теләк­тәрен иҫәпкә алып тәрбиәләйбеҙ. Баланың кем булып үҫеүе, киләсәктә ниндәй тормош юлын һайлауы тәр­биәгә бәйле. Балаларыбыҙҙы мәсеткә алып барып, етенсе көнөнә исем ҡуштырҙыҡ, малай кешене сөннәткә ултыртыу, өйҙә Ҡөрь­ән уҡытыу кеүек йолаларҙы үтәйбеҙ. Намаҙ уҡығанда ла улар беҙҙең менән, улыбыҙ өйҙә аҙан ҡысҡырып йөрөй. Кисен бала­ларға әкиәт һөйләйбеҙ. Нурсолтан өсөн атай тәрбиәһе мөһим. Ҡыҙым Ғәйшә минең ҡарамаҡта. Аш-һыу әҙерләгәндә үҙенсә ярҙам итергә маташа, – ти Илмира.
Бейеүгә, һүрәт төшөрөүгә маһир балаларының һәләтен һәр яҡлап асыр­ға ынтыла Арыҫлановтар. Ваҡыттарын мөмкин тиклем күберәк уларға бүлергә тигән фекерҙә йәш әсәй. Мәҫәлән, йома көндәрен йәш ғаилә мотлаҡ мәсеткә барып, өйҙә былау бешереп, бергәләп сәй эсеп, күстәнәстәр өләшеп үткәрәләр. Ә ял көндәрендә иһә Арыҫлановтар өсөн туғандары менән осрашыу, аралашыу ғаилә йолаһына әүерелгән.
Илмира Арыҫланованың оҫта хужа­бикә, ире өсөн һөйөклө ҡатын, ә балаларына хәстәрлекле әсәй икәне нурлы йөҙөндә сағыла. Яҡындарыңа ҡарата һөйөү, йәшәүгә дәрт бер ҡасан да һүрелмәһен!


Вернуться назад