Яҡын кешең терәк булһа, үрҙәр ҙә һөҙәк кеүек25.11.2016
Яҡын кешең терәк булһа,  үрҙәр ҙә һөҙәк кеүек
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында – байрам сараһы. Яңы эш башлаған хеҙмәткәрҙәр тантаналы рәүештә ант бирә. Кисә алдынан хөкөм һөргән ығы-зығынан бер аҙ албырғап ҡалған ике әсәйҙең урыны түрҙә. Ҡулдарындағы рауза сәскәләренең таждарын бармаҡ остары менән генә һыйпап, наҙ тулы ҡараштарын ҡыҙҙарына һирпеп алалар. Шулай булмай ни! Төн йоҡоларыңды йоҡламай үҫтергән балаңдың уңышы үҙеңдекенән күпкә татлыраҡ тойола бит.
Әсәләрҙең береһе – Асия Малик ҡыҙы. Уның ҡыҙы Альбина Кугубаева суд прис­тавтары хеҙмәтендә 2014 йылдан эшләй. Альби­наның етәксеһе Гүзәлиә Әхмәтова йәш белгесте бары тик маҡтап телгә ала.
– Тәжрибәһе булмаған йәш ҡыҙҙы иҫәп-ревизия бүле­генә эшкә алғанда, иңебеҙгә оло яуаплылыҡ һалынған һымаҡ тойолдо – һөнәр серҙәренә өйрәтергә кәрәк. Хә­үефебеҙ бушҡа ғына икән. Альбина эшһөйәр булып сыҡты. Күп тә үтмәй, етди тикше­реүҙәрҙе лә ышанып тапшыра башланыҡ. Ошо арауыҡ эсендә ул 41 тикшереү үткәргән. Яуап­лы эше өсөн Альбинаны ведомство наградаларына тәҡдим итеү иртәрәк, бының өсөн кәм тигәндә өс йыл эшләргә кәрәк, ә бына уның әсәһе Асия Малик ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе бик урынлы һанайым, – ти ул.
Регина Әхмәҙуллина иһә Бөрө районы буйынса суд приставтары бүлегендә хеҙ­мәт итә. Әсәһе Лидия Әҙип ҡыҙы балаһының уңышы менән сикһеҙ ғорурланыуын йәшермәй.
– Ҡыҙым бала саҡтан үҙ һүҙле, тырыш булды. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк погонлы форма кейергә хыялланды. Был атайҙа­ры­ның тәрбиә­һенән киләлер. Тормош ип­тәшем Ринат мәрхүм булып ҡалды. Тәүҙә янғын һүн­дереүсе булып эшләне, унан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына хеҙмәткә күсте. Улым Эльмир ҙа атаһы юлын һайла­ны. Ҡыҙым иһә маҡсатына ирешер өсөн бар тырыш­лығын һалды. Тәүҙә мәк­тәп­те алтын миҙалға, һуңынан Рәсәй Эске эштәр министр­лы­ғының Өфө юридик инс­титутын ҡыҙыл дипломға тамамланы. 2014 йылдан суд приставы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙымдың теләгенә бер ваҡытта ла ҡаршы төш­мәнем, киреһенсә, ҡулдан килгәнсә ярҙам иттем. Ба­лаңдың хыялдарын тор­мошҡа ашырыуға үҙ өлө­шөңдө индереү бәхет бит ул, – ти әсәй кеше.
Регина Ринат ҡыҙы – II класлы юрист. Айына уның ҡу­лы аша 560 баш­ҡарыу ҡағыҙы үтә. Сағыштырыу өсөн: хеҙмәт­тәштәренең күр­һәт­кесе ике тапҡырға кәмерәк.
Ҡыҙының йөҙләгән хеҙ­мәттәше алдында яуаплы хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең баш суд приставы Артур Парфенчиков исеменән Рәхмәт хаты алыу – әсә өсөн оло шат­лыҡ һәм ғорурлыҡ. Бынан тыш, ант бирергә баҫҡан йәш суд приставтарына уларҙы өлгө итеп ҡуйыу ҙа киләсәккә ҡанат ҡуя тү­гелме?


Вернуться назад