Күҙ төбәп торған ерҙәре – Башҡортостан25.11.2016
Күҙ төбәп торған ерҙәре – Башҡортостан “Бөтә Ер шарында уларҙың күҙ төбәп торған бүтән ере юҡ, иле юҡ... Бына ошо беҙ генә, Башҡортостан ғына...” – тип һүҙен тамамланы Алһыу Рамаҙан ҡыҙы Сирғәлина. Күҙемә йәш алып тыңланым әңгәмәне, уны һеҙгә лә тәҡдим итәм. Күптән түгел генә Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ Баш­ҡортостан Республикаһы көнөн уҙғарғайны. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре Ташкентҡа барып, милләттәштәр менән осрашып, эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты.
– Алһыу Рамаҙан ҡыҙы, сәфәрегеҙҙең маҡсаты һәм сит илдә йәшәгән милләт­тәштәребеҙ хаҡында һөйлә­һәгеҙ ине...
– З. Вәлиди исемендәге Үзбәкстан башҡорттары ҡо­ролтайы етәксеһе Илшат Хәсә­новтан саҡырыу хаты алдыҡ. Ул – беҙҙең иң өлкән ҡоролтай етәк­селәренең береһе. Ташкентта Башҡортостан Республикаһы көнө һәм Үзбәкстан Рес­публи­каһы мөстәҡиллегенең 25 йыл­лығына арналған Башҡорт мәҙә­ниәте фестивале үтәсәге хаҡында яҙылғайны хатта. Был саҡырыуҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттек, сөнки сит ерҙә йәшәгән милләт­тәштәребеҙҙең бындай кимәлдә Республикабыҙ көнөн билдәлә­гәне юҡ ине. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеме­нән миңә, Өфө ҡалаһы Дим райо­ны баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Илдус Ҡолһаринға, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенән артистар Гүзәлиә Йәнғазина, Илдар Әбдрәшитов, ҡурайсы Динар Абдуллинға барыу бәхете тейҙе.
Беҙҙе урындағы ҡоролтай һәм ундағы йәмәғәтселек вәкилдәре матур итеп ҡаршы алды. Ундағы беренсе көнөбөҙҙә сара үтәсәк Ташкент дәүләт оперетта залын ҡарап, байрамдың режиссеры Рәйсә Баймырҙина менән осрашып, һөйләшеп, программа ме­нән танышып ултырҙыҡ. Иртә­гәһенә генераль репетиция булды, һуңынан беҙҙең концерт башланып китте. Ул концерт ҡына түгел, ә шундай күп мәғәнә һа­лынған ике илдең байрамы ине. Кисә рәсми ҡунаҡтарҙың ҡот­лауҙары менән башланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Үзбәкс­тандағы баш­ҡорт йәмәғәтселеге эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тап­шырҙыҡ, шулай уҡ улар башҡорт телендә китаптар, яңы сыҡҡан “Башҡорттар” китабын алып ҡы­уанды, сөнки унда башҡортса радио, телевидение эшләмәй. “Ҡурай”, БЮТ телеканалдарын да һуңғы йылдарҙа ҡарай алмайҙар икән.
Үзбәкстанда йәшәгән яҡташ­тарыбыҙ тик кенә ятмай. “Дуҫлыҡ”, “Һандуғас” тигән фольклор ансамблдәре бар, улар бик матур сығыш яһаны. Был ан­самблдәргә балалар, йәштәр йөрөгән булһа, шулай уҡ “Ағиҙел” тигән клубтары бар – унда башлыса өлкән йәштәге инәй-ба­байҙар шөғөлләнә. Концертта иң ҡыуаныслыһы шул булды: “Гөл­нәзирә”, “Дуҫлыҡ” бейеүҙәре, “Һандуғас”, “Башҡортостан” йыр­ҙары кеүек халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыларын еренә еткереп башҡарған милләт­тәштәребеҙ концертты башҡортса алып бар­ҙы. Шулай уҡ бында Үзбәкстан­дың атҡаҙанған артисы, Ташкент оперетта театры солисы Динара Минәйеваның “Ҡояшлы вальс” йырын да башҡортса башҡа­рыуын билдәләргә кәрәк. Кон­цертҡа шул да оло мәртәбә өҫтәне: унда, Башҡортостандан барған сәнғәт әһелдәренән тыш, ошо оперетта театрының атҡа­ҙанған артистары ла сығыш яһаны.
Ә халыҡҡа килгәндә инде, был алты йөҙ урынлыҡ театрҙа тамашасы бик күп булды. Милләт­тәштәремдең башҡорт халыҡ милли кейемендә килгәнен күреп, сикһеҙ ғорурландым. Шундай матур ине улар! Әйткәндәй, театр­ҙың фойеһында башҡорт милли биҙәүестәренән һәм кейемдәре­нән торған күргәҙмәләр ҙә ойошторолдо. Илдус Ҡолһариндың баш­ҡорт милли кейемен пропа­гандалаған “Ынйы” тигән ҡыҙыҡ­лы коллекцияһы ҡунаҡтарға айырыуса оҡшаны. Шунда уҡ гармун да алып барғандар, башҡортса йырлашып-бейештеләр, матур ҙа, йылы ла мөхит булдырылды. Шулай күңел асҡан милләт­тәштәремдең күҙҙәрендә балаларса эскер­һеҙлекте, ихласлыҡ­ты күреп, бик һоҡландым уларға.
Иртәгәһенә Үзбәкстан баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙек. Ул Үз­бәкстан­дың интернациональ мәҙәни үҙәгендә уҙҙы. Алтмыштан ашыу кеше йыйылды, улар бөтәһе лә теләктәрен, фекер­ҙәрен еткереп ҡалырға тырышты. Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе Илшат Хәсән улы Хәсәнов отчет менән сығыш яһаны. Урындағы милләт­тәштәребеҙ ҙә бик матур итеп һөйләне. Улар ҡуйған мәсьә­ләләрҙең береһе – Үзбәкстанда тыуып үҫкән, белем алған баш­ҡорт йәштәрен Башҡортостан­дағы уҡыу йорттарына урынлаштырыу. Улар уҡырға инеү өсөн күберәк квота һораны. Ҡабул итеү комиссияһы эшен Ташкент­тың үҙендә лә ойошторорға булыр ине... Хәйер, был юҫыҡтағы һөйләшеүҙәрҙән шул да аңла­шылды: егерме бишләп башҡорт балаһы, Башҡортостанға ҡайтып, төрлө йүнәлештәге вуздарға уҡырға инергә теләк белдергән. Әлбиттә, был милләттәштә­ребеҙгә Үзбәкстан граждан­лығында булған өсөн Рәсәйҙә теркәлеү һорап йөрөгән үзбәктәр менән бер ҡатарҙан түгел, ә үҙ тыуған илдәренә ҡайтҡан баш­ҡорттар булараҡ, ташламалы шарттарҙа теркәлеүҙе яйға һалырға кәрәктер. Ә инде ата-әсәләре: “Балаларҙы матур, рухлы итеп тәрбиәләнек, уҡыттыҡ, нисек тә булһа Башҡортостанға ҡайт­һындар ине, шунда ҡалһалар ҙа ҡаршы түгелбеҙ!” – тине.
Бына шулай бик матур һөй­ләшеү булды, шунан һуң баш­ҡорт йәкшәмбе мәктәбе тура­һында һүҙ барҙы. Әлеге көндә Ишембай ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнур Зарипова Ташкентта йәшәй икән. Ул, балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә башҡортса уҡытырға теләк белдерҙе. Ә бит унда башҡорт мәктәптәре юҡ, балалар үзбәк телен уҡып үҫә. Уларҙы башҡорт рухында тәрбиәләү тап бөгөнгө Үзбәкстан башҡорттары ҡорол­тайының иңенә төшә лә инде. Беҙгә шул йыйылыш ҡарары нигеҙендә башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асып ҡайтырға насип булды. Уның өсөн бүлмә һорап, ошо уҡ Интернациональ мәҙәни үҙәктең директорына мөрәжәғәт иттек. Бөгөн бүлмә бар, эш баш­ланырға тора. Башҡор­тостанда дәреслек, әсбаптар туп­ланды. Улар инде Ташкентҡа оҙатылыу мөҙҙәтен көтөп ята.
Ултырышта белдерелгән йәнә бер теләк – Үзбәкстандан баш­ҡорт балаларын Башҡор­тостанға сәйәхәткә алып килеү. Тап ошолай итеп йәш быуында Тыуған ил тойғоһо, милли рух уятырға була. Тыуған ер көсөн бала бәләкәйҙән тойорға тейеш бит.
Ошондай һөйләшеүҙәрҙән һуң йәштәр айырым ултырыш йыйҙы. Унда Үзбәкстан башҡорт йәш­тәренең ҡоролтайы ойошторолдо. Етәксеһе итеп Шәфҡәт Айнетдинов тигән бик әүҙем егет һайланды. Тимәк, унда йәшәгән ун меңләп башҡорт кешеһен берләштереүсе яңы көс бар­лыҡҡа килде.
Ә инде сәфәрҙең өсөнсө көнөн “Ағиҙел” клубының эштәре менән танышып, милләттәштәр менән ирекле аралашып үткәрҙек.
Әйткәндәй, сит илдә ошолай башҡорттарҙы ойоштороп, берләштереп йәшәгән Илшат Хәсәновҡа, вәкәләтлектә эшләгән Ғаяз Зариповҡа, уның йәмәғәте Гөлнур Зариповаға, режиссер Рәйсә Баймырҙинаға, Рәлиә Ҡәриповаға, Эмма Хәбибул­ли­наға рәхмәт. Башҡа милләт­тәштәргә лә рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Улар – ошолай халҡыбыҙҙың йөҙөн лайыҡлы күрһәтеп йәшәүҙәре менән ысын-ысындан оло хөрмәткә лайыҡ шәхестәр.
– Әйткәндәй, урындағы Ҡо­рол­тай ҡасан ойошторолған?
– Ҡоролтайҙың ойошторолоуына инде егерме йылдан ашыу ғүмер үтте. Шуға күрә уның арыу ғына эш тәжрибәһе бар, алдағы йылдарға пландары ла ярайһы етди. Мәҫәлән, улар Башҡор­т­остандың 100 йыллығы хөр­мәтенә бик яҡшы проекттар әҙер­ләгән. Белеүебеҙсә, Ташкенттың уртаһындағы урам Зәки Вәлиди исемен йөрөтә, һәм унда Баш­ҡортостандың оло юбилейы айҡанлы бөйөк шәхесебеҙгә иҫтәлекле таҡтаташ асырға ҡарар иткәндәр.
– Үзбәкстан башҡорттарын ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Уларға башҡорт мөхите, башҡорт рухиәте, телевиде­ниеһы, радиоһы етешмәй. Ә бит һәр ҡайһыһы үҙҙәренең Баш­ҡортостандың ҡайһы төбәгенән сыҡҡанын, ырыу-араларын белә, балаларына ла һөйләй. Бына шул уҡ “Ағиҙел” клубын алайыҡ, йыр өйрәнәм тиһәң, уны бит хәҙер Интернеттан да табырға була. Ә улар бер-береһе менән һөй­ләшеп, бергәләп өйрәнә. “Ағи­ҙел”дә миңә йәнә шуныһы ҡыҙыҡлы булды: улар аҙнаһына бер тапҡыр, йәғни даими эшкә килгән һымаҡ йыйыла. График буйынса аҙнаға бер тапҡыр театрға йөрөйҙәр. Баҡһаң, уларҙа эш хаҡы бындағыға ҡарағанда түбәнерәк, пенсиялары ла әҙерәк. Ә шулай ҙа “көнкүрешебеҙ насар” тигән зарланыуҙы ишетмәнем.
– Йырлап-бейеп тигәндәй, улар сәхнәгә сығып шулай башҡортса һөйләгәндә, йыр­лағанда шәхсән һеҙ ниндәй тойғо кисерҙегеҙ?
– Күңелем тулды, күҙемә йәш эркелде... Уларҙы ныҡ ихтирам итеп ҡайттым. Балалар һымаҡ ихласлап үҙҙәренең күңелдәрен, йөрәктәрен биреп, мәҙәниә­тебеҙ­ҙе, телебеҙҙе һаҡлайбыҙ тип, ситтә йәшәйҙәр...
Барҙым, күрҙем, ҡунаҡ булдым да ҡайттым түгел, әлбиттә, ҡайт­ҡас та улар мәнфәғәтендә эш башланыҡ. Китаптар йыйҙыҡ. Көн аша тигәндәй һөйләшеп торабыҙ. Улар минең йөрәгемдә, тормошомда. Туғандарым һымаҡ яҡын ҡабул иттем.
– Улар ҙа бит шулай көтөп тора... Башҡортостандан, тыу­ған яҡтарҙан кем килә, кем беҙҙең хәлде һораша тип...
– Әлбиттә. Бәләкәй генә бүләк­тәр ҙә әҙерләгәндәр. Үҙҙәре теккән, кемеһелер сиккән... Шул башҡорттоң ҡунаҡсыллығы бит инде. Ҡайҙа ғына булмаһын, нин­дәй генә мөхиттә йәшәмәһендәр, үҙемдең ябай ҙа, ҡунаҡсыл да башҡорт халҡымды күрҙем мин уларҙа...
– Башта әйткән һүҙҙә­ре­беҙгә кире әйләнеп ҡайтҡанда, уларҙың беҙҙән башҡа барып баш терәр кешеләре юҡ...
– Эйе, ситтә ятҡан башҡорт­тарыбыҙ беҙҙе көтөп тора. Улар беҙгә күҙ төбәп, ниндәйҙер матди түгел, ә рухи ярҙам көтә. Милләт­тәштәребеҙ беҙгә: “Балалары­быҙҙы алығыҙ, уҡытығыҙ, беҙ инде үҫтергәнбеҙ һәм халҡы­быҙға бирәбеҙ”, – ти икән, ундай көстәр бар икән, йәштәребеҙҙе ниңә үҙебеҙгә ҡайтармаҫҡа? Беҙ уларға йылы һүҙебеҙҙе, яҡты йөҙөбөҙҙө йәлләргә тейеш түгел­беҙ, милли кейемдәр тегеп бирәйек, әсбаптар ебәрәйек, сөнки был милләттәштәребеҙҙең Ер йөҙөндә тарихи тыуған ере – Башҡортостан. Ер шарында уларҙың күҙ төбәп торған башҡа ере юҡ, иле юҡ...


Вернуться назад