Эш эҙләп Сенегалдан да киләләр24.03.2012
Йыл башынан махсус рөхсәт алмаған сит ил граждандарын һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙе илдән мәжбүри сығарыу эше Суд приставтары федераль хеҙмәтенә йөкмәтелгәйне. Хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы тәүге айҙарҙа уҡ 16 сит ил гражданын үҙ иленә оҙатҡан.
Быйыл 69 кеше суд ҡарары буйынса республиканың законһыҙ мигранттарҙы ваҡытлыса тотоу үҙәгенә оҙатылған. Улар – Тажикстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Грузия, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Белоруссия граждандары. Араларында Африкалағы Сенегалдан да вәкил бар.