Һигеҙ моряк бәләгә тарыған30.11.2011
Ирланд диңгеҙенең Уэльс ярҙары эргәһендә бәләгә тарыусы судноның моряктарын ҡотҡарыу операцияһы туҡтатылған. Уларҙың иҫән ҡалыуы икеле.
Судно Уэльс ярҙарынан Уайт утрауына өс мең тонна эзбиз ташы алып барған. Йәкшәмбе төндә ул штормға эләгә. Көслө ел арҡаһында карап икегә ярыла һәм бата. Судно командаһы һигеҙ кешенән торған, уларҙың бөтәһе лә – Рәсәй граждандары. Ике морякты ҡотҡаралар, улар иҫән-һау. Тағы берәүҙең мәйете диңгеҙҙән табыла. Биш кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Фажиғә булған урында һыуҙың йылылығы 15 градус ҡына, шуға моряктарҙың иҫән ҡалыуына ҡотҡарыусылар шикләнә.