Азатлыҡ таптырғанда бурысыңды ла онотма25.11.2016
Азатлыҡ таптырғанда бурысыңды ла онотма Конституция – һәр дәүләттең төп законы. Рәсәйҙә уның субъект­тары булып торған республикаларҙың да үҙ конституциялары бар. Илдеке булғас, улар һәр төбәккә лә кәрәкме? Бөгөн был төп ҡанун йәмғиәт тормошонда ниндәй роль уйнай? Уны үҙгәртеү мотлаҡмы? Күптән түгел Өфөлә булып уҙған Бөтә Рәсәй конференцияһы ошо һорауҙарға яуап эҙләне.
“Федератив дәүләттәр субъекттарының конституцияларын һәм уставтарын тормошҡа ашырыу проблемалары” тип аталған был сарала Рәсәй Конституция суды вәкиле, Башҡортостан, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Мари Иле, Татарстан, Тыва, Саха (Яҡут), Төньяҡ Осетия (Алания) республика­ла­ры­ның, Свердловск өлкә­һенең, Санкт-Петербург ҡалаһы­ның Конституция суд­тары рәйестәре, беҙҙең респуб­ликаның дәүләт берәмек­тәре һәм судьялар йәмғиәте белгестәре, юрист-ғалимдар ҡатнашты.
Күренеүенсә, ҡатнашыу­сылар составы ярайһы уҡ вәкәләтле. Тикшергән мәсьә­лә лә ябайҙан түгел бит. Рәсәй эсендәге республика – дәүләт. Ул үҙ биләмәһендә Федераль үҙәккә тапшы­рылған вәкәләттәрҙән тыш барлыҡ дәүләт власына эйә. Конституция суды – илебеҙ­ҙең хоҡуҡи майҙанындағы сағыштырмаса яңы күре­неш. Был берәмек (өлкә һәм крайҙарҙа Устав тип атала) ике йүнәлештә эш итә: беренсенән, ул берҙәм дәүләттең дөйөм хоҡуҡи майҙанында һәм Рәсәйҙең Конституция суды менән берлектә тормошҡа ашырыла, икенсенән, Федерация һәм уның субъекттары ҡануниәттәренең ошо Төп законға ҡаршы килмәүен күҙәтеп бара. “Конституция – ул азатлыҡ ҡына түгел, ә йөкләмәләр ҙә алыу, беҙ шул ҡараштан ситкә тай­пылырға тейеш түгел”, – тине Төньяҡ Осетия вәкиле Александр Цалиев.
Башҡортостандың Конституция суды 20 йыл элек кенә ойошторолғайны. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен конс­титуцион хоҡуҡтарҙы уңыш­лы яҡлай алырлыҡ дәүләт институты итеп танытты. Был хаҡта республика Баш­лығы Рөстәм Хәмитовтың конференцияла ҡатнашыу­сы­ларға тәғәйен­лән­гән тәб­рикләү һүҙендә лә әйтелде.
– Субъекттарға Рәсәй Конституцияһының 72-се статьяһын тулы күләмендә файҙаланырға ҡамасау­ларға тейеш түгелдәр, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Мин, ғөмү­мән, ҡайһы бер вәкәләт­тәрҙең берлектә булыуына ҡаршы, ул буталсыҡлыҡ һәм тигеҙһеҙлек тыуҙыра. Вәкә­ләттәрҙе Федераль үҙәк, субъекттар һәм муниципаль кимәлдәргә аныҡ бүлеп сы­ғырға кәрәк тип иҫәпләйем.
Конференция барышында Конституция судтары эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса күп кенә тәҡ­димдәр индерелде, Баш­ҡорт­остан менән Саха (Яҡут) республикала­рының конституцион судтары араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.


Вернуться назад