Билдәле шағир Риф Мифтаховтың күптәргә таныш тос шиғыр юлдары бар: «Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул!» Бындай сағыштырыу менән бәхәсләшеү ҡыйын, унан тыш, әсәләр иңенә бала бағыу ғына түгел, ир ҡарау, ғаилә мәшәҡәттәрен теүәлләү, етмәһә, эшләп тә йөрөү кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъяуи вазифалар һалынған. Рухи мәркәзебеҙҙең һағында ла – әсәләр, улар милләт киләсәген тәрбиәләй, халҡыбыҙҙы данлар ул-ҡыҙҙарҙы бәпләй....Өфөнөң былай ҙа даланлы, күркәм урындарының береһе Конгресс-холл уғата яҡтырып, балҡып торғандай күренде: ошо шаршамбыла бында республиканың төрлө төбәктәренән 500-ләгән әүҙем ҡатын-ҡыҙ, уңған әсәләр йыйылды. Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнгән күркәм байрам – Әсә көнө айҡанлы, улар өсөн матур тантана ойошторолғайны.
Рәсми сығанаҡтар буйынса, әлеге көндә республикала ярты миллиондан ашыу (551,9 мең) балалы ғаилә бар, улар 850 мең бала үҫтерә. Ошолар иҫәбенән, 46,3 мең ғаиләлә (8,4 процент) өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә Адыгей Республикаһы, Ставрополь крайы, Еврей автономиялы округынан ҡала дүртенсе урында.
Республика әсәләрен Башҡортостан Башлығы исеменән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне:
– Донъяның барлыҡ диндәрендә лә төп ҡанундарҙың береһе булып әсәләрҙе ололау тора, – тине ул. – Изге яҙмаларҙа юҡҡа ғына, ожмах әсәләрҙең аяҡ аҫтында, тиелмәгән. Көндәлек мәшәҡәттәр араһында яҡындарыбыҙға йылы һүҙ әйтергә, уларҙы ни тиклем яратҡаныбыҙҙы белдерергә онотабыҙ. Әсә көнө – ошоно төҙәтеүҙең бер сараһы.
Йыраҡ араларҙы яҡын итеп, байрам тантанаһына килгән Хәйбулла һылыуы Розалия ла “әсә” һүҙенең ни тиклем мөһим һәм баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә икәнен үҙ миҫалында белә: ағалары-апалары ҡанат нығытып, һары сәсле һылыу ҡыҙсыҡ үҫмер ҡорона аяҡ баҫҡан саҡта яҡындары бер-бер артлы донъя ҡуйған. Ярай апаһы ситкә типмәгән – Розалияны ҡаҡмай-һуҡмай ҡарап үҫтергән, тәрбиәләгән, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған...
Бала саҡтың ауыр хәтирәләре күптән инде офоҡ артында. Уның ҡарауы, бөгөн Розалия Шәрипованан да бәхетле кеше юҡ. Ире Марат менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр, Сибай ҡалаһында гөрләтеп донъя көтәләр, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Был моңло ғаиләне күптәр белә – барыһы ла йырлай, бейей, дәрт-дармандары ташып тора. Өлкән улдарына 18 йәш, ул армия сафына йыйына, 8, 5, 2 йәшлек бәләкәстәр мәктәпкә, баҡсаға йөрөй.
– Ирем – полиция хеҙмәткәре, үҙем Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында эшләйем. Тормошобоҙ бөтөн, уйҙарыбыҙ уртаҡ, Аллаға шөкөр. Ҡала хакимиәтенең иғтибарын тойоп йәшәйбеҙ, торлаҡ, ер участкаһы алыу, балаларҙы баҡсаға урынлаштырыу кеүек мәсьәләләрҙе үҙ яйы менән хәл итә барабыҙ. Иң мөһиме – иҫәнлек-һаулыҡ булһын, ул саҡта кәйеф яҡшы, дәрт-дарман ташып тора, – ти Розалия Рәғип ҡыҙы.
Эйе, әсәйҙәр – йылытып-ҡурсалап, өй усағын һаҡлаған йәшәү сығанағы, донъябыҙҙың тотҡаһы. Һәммәбеҙҙең балалары имен-һау, аҡыллы булып үҫһен, әсәләрҙең сикһеҙ хәстәре, күңел йылыһы сабыйҙарының изгелеге булып кире әйләнеп ҡайтһын.