Иң бөйөк, иң мәңгелек хис25.11.2016
Иң бөйөк, иң мәңгелек хис “Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы – йәшәйештең асылы, моғайын, ул – кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бөйөк, иң мәңгелек хистәрҙең береһе”, – тигәйне Сабир Шәрипов. Эйе, һәр кемдең тормош юлы әсәләрҙән башлана. Яҡты донъяға ауаз һалыу менән, баланы күпселек әсә кеше ҡурсалай, аяҡҡа баҫтыра, тәрбиәләй. Үҙен уратып алған мөхит менән таныштыра, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, дөрөҫ юл күрһәтә, хеҙмәткә күнектерә. Уның дуҫына, серҙәшенә әйләнә. Ауырлыҡтар алдында бөгөлөп, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Әсә күңеленән киң һәм уға тиң нәмә юҡ. Ана шундай изге күңелле, аҡыллы, егәрле, уҡымышлы әсәләрҙең береһе хаҡында был мәҡәләм.
Рева Илдар ҡыҙы Зиннурова Бүздәк районының Ҡартамаҡ исемле ауылында донъяға килгән. Өфө медицина училищеһын тамамлап диплом алғас, Учалы районының Наурыҙ ауылына эшкә тәғәйенләйҙәр. Шунда Ураҙ егете Әхәт Зиннуров менән танышып, тормош ҡороп ебәрәләр.
Рева апай 60 йылға яҡын инде Ураҙ ауылында йәшәй. 35 йыл фельдшер-акушер сифатында халыҡҡа хеҙмәт итте. Ул замандарҙа ауыл ере өсөн унан да кәрәкле кеше булмағандыр, моғайын. Үҙ эшен теүәл башҡарыу өҫтөнә, һәр өйҙә яңы тыуған сабыйҙарҙы, ауырлы ҡатындарҙы, халыҡтың һаулығын, таҙа йәшәүен, тәртип булыуын да күҙәтеп торҙо ул. “Бөгөн фельдшер Рева килә, өйҙө йыйыштырып, бәпестең әйберҙәрен ҡарап ҡуй, таҙа булһын”, – тип иҫкәртер ине әсәйем.
Һәр баланы үҙ ваҡытында медпунктҡа йөрөтөүҙе лә талап итә ине, алама күренештәргә лә ҡаршы көрәште. Һайлаған һөнәрен шул тиклем яратып, алһыҙ-ялһыҙ башҡарҙы. Ваҡыт менән иҫәпләшмәне.
– Бер ваҡыт бөтә туғандар, ағай-эне йыйылып тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанбыҙ. Барыһы ла рәхәтләнеп ял итә, бер-береһе менән аралаша. Әсәйемә генә тынғылыҡ юҡ. Шул көндә өс сабый донъяға килде: Рушан, Фәнүзә, Дилә. Өс тапҡыр килеп алып киттеләр, – тип хәтерләй Резеда ҡыҙы.
Рева апай эшләгән йылдарҙа “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү машиналары ауыл ерендә булманы. Ауырыуҙы дауаханаға илтер өсөн фельдшер үҙе техника эҙләп сыға, үҙе оҙатып бара. Бер шулай ауырлы ҡатынды алып, Учалыға юл тоталар. Сабый тыуырға булып китә. Төн уртаһында Илтабан ауылына килеп керәләр. Рева апай беренсе өйҙөң ишеген ҡаға. Хужаларын сығарып ебәреп, сабыйҙы ҡабул итә. Бер ҙә юғалып ҡалмай, барыһын да еренә еткереп башҡара.
– Ошондай киҫкен осраҡтарҙа һәр ваҡыт шофер Ирмит Фәсхетдинов ярҙамға килә торғайны. Бер ҡаршы һүҙ әйтмәй машинаһын ҡабыҙыр ине. Бик рәхмәт­лемен уға, – тип иҫенә төшөрә хаҡлы ялдағы шәфҡәт туташы.
Ауылыбыҙҙың күпме сабыйын ҡабул итеп, үҫергә ярҙам итте Рева Илдар ҡыҙы. Үҙенең дүрт балаһын да аяҡҡа баҫтырҙы. Оло улы Булат, БДУ-ның филология факультетын тамамлап, Өфө урман техникумында директор урынбаҫары, ғаиләле, өс бала тәрбиәләй.
Ҡыҙы Резеда БДПУ-ның филология факультетында белем алған. Ураҙ лицейында рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. Ун алты йыл директорҙың фән һәм ойоштороу эштәре буйынса урын­баҫары булды. Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, өс бала әсәһе.
Зөфәр улы, Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, тарихсы һөнәрен алды. Бөгөн төҙөлөштә мастер, ике бала атаһы.
Иң кесеһе Динар тулы булмаған юғары белемле. Өфөлә Урман хужалығы министрлығында водитель булып эшләй. Өйләнгән.
Рева апай йәштән тынғыһыҙлығы, тура һүҙлелеге, үткерлеге менән халыҡ, коллегалары араһында абруй ҡаҙанды. Күрше-күләнен хәстәрләп, ауыл кешеләре өсөн борсолоп, бала-сағаны ҡайғыртып йәшәне. Үҙ ҡулынан үткән һәр ауырыуҙы ул әле лә хәтерендә тота. Балалары уҡыған класс өсөн дә янып-көйә ине. Шундай бер хәл иҫтә ҡалған. Макулатура йыйыу буйынса ярыш бара. Класты алға сығарайыҡ тип аҡса килтереп еткергән. Һәм улар беренселекте яуланы.
Рева Илдар ҡыҙы – хеҙмәт ветераны. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләк­ләнгән. Оҙаҡ йылдар ауыл Советында депутат, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм төрлө комиссиялар ағзаһы булды. Матур йырлай, аш-һыуға, бәйләмгә оҫта. Бөгөн һигеҙ ейән-ейәнсәренә, биш бүләһенә ҡыуанып йәшәй. Балалары, туғандары, ағай-энеһе уны хөрмәт итә. Өйөнән кеше өҙөлмәй.
Кешеләргә ҡарата иғтибарлы, сабыр, мөләйем йөҙлө, саф күңелле, изге Рева апайға ошо көндәрҙә 80 йәш тула. Күркәм юбилейы һәм Әсәләр көнө менән ысын күңелдән ҡотлап, уға һоҡланырға ғына ҡала.


Вернуться назад