Туберкулезға ҡаршы көрәш бара24.03.2012
Бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 1-гә тиклем баш ҡаланың Үҙәк, Колхоз һәм Затон баҙарҙары эргәһендә торған күсмә флюорографик ҡоролмаларҙа бушлай тикшереү үтергә мөмкин. Был сара Бөтөн донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнә арнала.
Шулай уҡ республиканың туберкулез диспансерында “Асыҡ ишектәр көнө” үтәсәк. Белгестәр туберкулезды дауалау, иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса бушлай консультация бирәсәк. Фтизиатрҙар түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә:
С. Агиш урамы, 4, Республика туберкулез диспансерының поликлиникаһы: 228-45-14;
Цюрупа урамы, 100/1, ололар өсөн диспансер бүлеге: 272-83-05, балалар өсөн диспансер бүлеге: 272-40-42.
Октябрь проспекты, 155, диспансер бүлеге: 284-28-52; 284-32-47.


Вернуться назад