Иҫтәреңә төшһәм, һыу һип, әсәй, мин ултыртҡан тамсы гөлдәргә...25.11.2016
Иҫтәреңә төшһәм, һыу һип, әсәй, мин ултыртҡан тамсы гөлдәргә...
Алһыу ҡыҙыл күҙ йәштәрен түгеп,
Һаубуллаша тамсы гөлдәре.
Әйтерһең дә, улар әсәйемдең
Тын моңһоулыҡ тулы күҙҙәре.
Һуңғы тапҡыр мин урамға бағам,
Тәҙрә яңағына һөйәлеп:
Ҡайтыуҙары өйгә күңелле лә,
Китеүҙәре ҡыйын, тейәлеп...
Төйөнсөктәр төйнәй юлға әсәй,
Китәмме ни алыҫ илдәргә...
Иҫтәреңә төшһәм, һыу һип, әсәй,
Мин ултыртҡан тамсы гөлдәргә...
— Һау бул, балам!
Хатты йышыраҡ яҙ,
Эш-көштәрең булһын гел уңға...
...Юлға сығам,
Әсәм сәсендәге
Аҡ юлаҡтар буйлап аҡ юлға.
иң бөйөк, иң мәңгелек хис


Вернуться назад