Милләтебеҙ өсөн шул тиклем дә ауыр хәсрәт... Бөрйән ҡарағасы ауҙы һис уйламағанда... Халыҡта шундай киң билдәле әйтем бар: алыштырып булмаған кешеләр юҡ, имеш... Улай түгел шул. Милләтебеҙҙең алтын бағаналары гөрһөлдәп йығылғанда, улар урынын кем алыштырыр, кем улар кеүек бөтә йөрәге, асылы, һәр минуты менән халҡына фиҙакәр хеҙмәт итер һуң, тигән һорау әленән-әле килә күңелгә. Ошо һуңғы йылдарҙағы юғалтыуҙар, Күк кәнсәләренең башҡорт рухиәтенә йыш мөрәжәғәт итеүе ирекһеҙҙән шағир Ғилман Ишкининдың “Бик йомартһың икән, башҡорт ере, Бүләк өләшәһең күктәргә лә” тигән юлдарын иҫкә төшөрҙө. Бер кем менән дә, бер нимә менән алыштырып булмаған милләтебеҙ таяныстарын һуңғы юлға оҙатабыҙ.
Бөрйән ҡарағастары кеүек төҙ, халҡыбыҙ күңеле кеүек ап-аҡ сәсле Әхмәт ағай Сөләймәнов бар асылы менән халҡыбыҙ рухына тоғро ҡалып, һәр минутын милләтебеҙ рухиәтенә хеҙмәт итте. Ҡайҙа ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, уны халҡыбыҙға хас мәртәбә, тәрән фекер, тамырҙарҙан килгән зыялылыҡ ташламаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ул етәкләгән йылдарын хәтерләгеҙ әле! Әйтерһең, ил ағалары Урал төйәгендәге йәншишмә тамсыларын замандаштарыбыҙ рухына бөркөнө. Бер һүҙ әйтеү менән йыйылырға, бер ым-ишаранан бер-береһен аңларға, иң ҡуйырға торған ил ағалары тап Әхмәт Мөхәмәтвәли улы эргәһендә үҙҙәрен ышаныслы, милләтенең ысын хеҙмәтсеһе икәнен тәрән аңлап үҙ фиҙакәрлеген күрһәтте.
Ғилем менән бергә йәмәғәтселек эшен дә әүҙем алып барған шәхестең замандаштары ижадына мөрәжәғәт итеүе лә ана шул иҫән саҡта бер-береңдең ҡәҙерен белеү тигән изге төшөнсә хаҡында һөйләне. Кемдәр тураһында ғына ижад итмәне Әхмәт ағай ижади портреттарҙы. Иң ҡыҙығы шунда: уның һәр яҙғаны үҙе бер кандидатлыҡ диссертацияһына торошло ине. Уның күләмле, тотош заманды, шул рәүешле ватандашының образын асҡан мәҡәләләрен ҡайһы ерҙән тотоп ҡыҫҡартырға ла белеп булмай ине. Сөнки һәр һүҙе, һәр һөйләме үлсәнгән, матур итеп ҡоролған зиннәтле һарай төҫлө. Уның ана шул зирәклегенә һәр саҡ таң ҡалырлыҡ ине: йә кемебеҙ замандаштары хаҡында береһенән-береһе аҫыл әҫәрҙәр ижад итеүе менән маҡтана ала?! Ә Әхмәт ағай быны үҙенең шәхси бурысы итеп күрҙе, тиҫтерҙәрен мәңгеләштереү менән генә сикләнмәй, йәшерәк быуын хаҡында ла һүҙен әйтә килде. Ғүмер буйы халыҡ ижады менән йәшәгән, уның тоғро хеҙмәтсеһе булған ғалимдың, фольклорсының яҙмалары башҡаларҙыҡы кеүек түгел ине шул. Улар хатта нимәһе менәндер риүәйәттәргә, бәйәндәргә тартым халыҡ әҫәре төҫлө булды.
Күренекле ғалим Ғиниәтулла Ҡунафин хаҡындағы яҙма ла аҡһаҡалдың – үҙе иҫән саҡта үҙ ҡулы менән алып килгән мәҡәлә. Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, сал сәсле аҡһаҡал, милләт намыҫына торошло тәрән фекерен әйткән ғалимыбыҙҙың был яҙмаһында замандашы ғына түгел, үҙенең ғорур һыны, мәғрур Урал ҡаяларылай ныҡлы асылы сағылғандай...
***
Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. 2016 йылдың 21 ноябрендә 78-се йәшендә күренекле ғалим-фольклорсы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов вафат булды.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1967 йылдан 1972 йылға тиклем Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, 1972 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, 1991 – 2002 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 2002 – 2006 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетына етәкселек итә. 2006 йылдан – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры.
Ә.М. Сөләймәнов – күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе, Башҡортостан мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары өсөн 40-тан ашыу уҡыу һәм уҡытыу-методика ҡулланмаһы авторы. Уның тикшеренеүҙәре Ш. Бабич, Һ. Дәүләтшина, М. Кәрим, Ж. Кейекбаев, И. Кинйәбулатов, Р. Мифтахов, К. Мәргән һәм башҡаларҙың ижадына арнала. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Башҡортостан, Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Силәбе өлкәләре буйынса фольклор-этнография экспедицияларын әүҙем ойоштороусыларҙың береһе булды.
Уның киң мәғлүмәт сараларындағы башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу мәсьәләләренә, ватан мәҙәниәтен үҫтереү проблемаларына арналған мәҡәләләре юғары баһа алды.
Әхмәт Сөләймәнов – “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни клубына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, республиканың Дәүләт премиялары буйынса комиссиялар, бик күп журналдарҙың мөхәрририәте составына инде. Бер нисә йыл “Ирәндек моңдары”, “Моңло гармун” конкурсының баһалама комиссияларын етәкләне, “Оҙон көй” йыр бәйгеһенең, ҡурайсылар конкурсының, “Салауат йыйыны” байрамының һәм башҡа сараларҙың жюри ағзаһы булды.
Намыҫлы хеҙмәте һәм Башҡортостан фәнен, мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Әхмәт Мөхәмәтвәли улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ул шулай уҡ Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, Жәлил Кейекбаев һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияларға лайыҡ булды.
Һоҡланғыс шәхес, талантлы ғалим, яҙыусы һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
***