Ҡараштар – төрлө, маҡсаттар – уртаҡ23.11.2016
Ҡараштар – төрлө, маҡсаттар – уртаҡ Бик йәнле һөйләшеү барҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡортостандан һәм Рәсәй Федерацияһынан ситтә йәшәгән башҡорттар менән эш буйынса комиссия ултырышында. Кемдәрҙер иң тәүҙә республиканан ҡырҙа йәшәгән милләттәштәргә ярҙам кәрәк тиһә, икенселәр, киреһенсә, әгәр беҙ төп мәмләкәтебеҙҙә үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яулай, үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе таныта алмайбыҙ икән, ситтә беҙҙе берәү ҙә бар тип белмәҫ, тигән ҡарашын да әйтте.
Ҡараштар төрлө булыуы ла ихтимал, иң мөһиме – маҡсаттар бер. Нисек кенә булмаһын, комиссия үҙенең эшмәкәрлеген ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙгә методик ярҙам, китаптар, брошюралар, тап шул төбәктән сыҡҡан шәхестәре исемен мәңге­ләш­тереүҙән башларға ниәтләй.
Комиссия рәйесе, БДУ-ның философия һәм социология факультеты деканы, фән докторы Ғәфүр Сәлихов, тәүге ултырышта уҡ яңы тәҡдим­дәрҙе иҫәпкә алып, аныҡ эштәргә тотонорға саҡырҙы. Ырымбур өлкәһенән, Татарстандан килгән вәкилдәр үҙҙәренең ерлегендәге проблемалар менән таныштыр­ҙы. Оҙаҡламай Ырым­бурҙа “Аҡмулланың алтын көҙҙәре” тигән милли байрам үтәсәк. Унда, көрәштән тыш, башҡа милли уйындарыбыҙҙы ла пропагандалауҙы күҙаллай­ҙар. “Түңәрәк өҫтәл”дә урын­дағы халыҡтың проблемалары хаҡын­да һөйләшеү барһа, мәҙәни сарала төбәк таланттары менән танышыу ҙа ҡа­рал­ған.
Бүтән өлкәләрҙә йәшәгән­дәр­ҙең балаларына Өфө гимназияларына, юғары уҡыу йорттарына уҡырға керергә ярҙам итеү тураһында онотоп та ебәрәбеҙ төҫлө. Комиссия үҙенең иң төп маҡсаттарының береһе тип Өфө­нөң генә түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарына ла мәктәп уҡыусыларына, йәштәргә юл асырға кәрәклеген билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма коми­тетының баш белгесе Алһыу Сирғәлина, төбәктәрҙәге баш­ҡорттарҙың хәле хаҡында мәғлүмәт биреп, бөгөн Үз­бәкстанда башҡорт бала­ларының туған телде өйрәнә башлауы, Рәсәйҙең көньяҡ башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуы, килә­сәктә Себер яҡтарындағы мил­ләт­тәштәребеҙҙең ҡоролтайын булдырыу хаҡында һөйләне. Төбәк ҡоролтайҙарын ойоштороу һәр ерлектең үҙ мәсьә­ләләре хаҡында фекер алышып, йышы­раҡ күрешеп тороу, аралашыу мөмкинлеге артһын өсөн эшләнә, тине Башҡарма комитет ағза­лары.
Оҙаҡламай Ҡурған баш­ҡорт­тары менән дә осрашыу план­лаштырылған. Пермдә лә көтөп торалар үҙәктән килгән ағза­ларҙы. Халыҡ өсөн иң мөһиме – баш йорттан килгән шәхестәр менән осрашыу, йыр-моң аша аралашыу, күңелдәрен өйкәгән һорау­ҙарға яуап эҙләү. Комиссия ағзалары ауыл хужалығы фән­дәре докторы Ғарифулла Япаров, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Данир Ғәйнуллин, данлы ҡумыҙсы Миң­леғәфүр Зәйнетдинов, тарихсы Илгиз Солтанморатов, эшлекле тәҡ­димдәрен әйтеп, һәр төбәккә сәфәргә сыҡҡан ҡоролтай десан­тының урындағы халыҡ өсөн әһәмиәтле саралар уҙғарыу, фекер алышыуҙар үткәреү, кәрәкле ярҙам күр­һәтеү зарурлығын билдәләне. Байрамдар ойоштороу менән генә сикләнергә тейеш түгел комиссия, ана шул танта­наларҙы лайыҡлы үткәрер өсөн ерлекле сәбәпте лә үҙе әҙерләргә бурыслы.


Вернуться назад