Ғаилә традицияһын дауам итеп23.11.2016
Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың тәүге Ленин ордены кавалеры, йылҡысы, хужалыҡты үҫтереүгә тос өлөш индергән Заһретдин Вәлиевтең данлы хеҙмәт юлын яҡындары уңышлы дауам итте.
Ҡыҙы Әлифә, заманында иң яҡшы һауынсыларҙың береһе булып танылып, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булды. Улы Ғәйнислам менән килене Рауза ла хужалыҡтың Түбәнге Иҙрис һөтсөлөк фермаһында эшләп, алдынғы малсылар булып һаналды. Рауза менән Ғәйнислам Сыңғыҙовтар үҙҙәре кеүек уңған һәм эшһөйәр балалар тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн уларҙың эшен улдары Азамат уңышлы дауам итә. Урта мәктәптән һуң, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния бүлеген тамамлай, аҙаҡ Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый.
Ватан алдында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Азамат башҡа тиҫтерҙәре кеүек сит тарафтарға китергә ашыҡмай, ауылда төпләнергә ҡарар итә. Яҡындары ла уның теләген хуплай. Үрге Иҙрис ауылы һылыуы Ләйсәнде ырыҫлы нигеҙгә килен итеп төшөргәс, уңған егет крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бындай ҡыйыу фекергә килеүгә ғаиләнең ныҡлы шәхси хужалығы булыуы ла булышлыҡ итә. Бынан өс йыл элек Азамат Ғәйнислам улы “Эш башлаусы фермер” программа­һында ҡатнашып, конкурста еңеп, 800 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ була. Дәүләт ярҙамына йәш фермер ауыл хужалығы техникаһы, 12 баш һыйыр малы һатып ала.
Бөгөн “А. Сыңғыҙов” хужалы­ғында 32 баш һыйыр малы аҫрала, уларҙың һаны йылдан-йыл арта. Етештерелгән продукция Темәс ауылындағы “Буранбай” кооперативына тапшырыла. Әйткәндәй, йәш фермер эшкәртеү предприятиеһы ағзаһы ла. Азамат бөгөн Түбәнге Иҙрис һәм Ҡолсора ауылдарының шәхси секторынан да һөт йыя.
Мал ҡышлатыу миҙгеленә улар яҡшы әҙерләнгән, етерлек күләмдә мал аҙығы тупланған, элекке хужалыҡтың Түбәнге Иҙрис фермаһының бер базаһын ҡуртымға алып, капиталь ремонт үткәргәндәр.
Алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй фермер – киләһе йылда 50 гектар ерҙә мал аҙығы культуралары сәсергә, мал һанын арттырырға ниәтләй. Хужалыҡ эштәрен алып барыуҙа туғандары ныҡлы ярҙам итә.
Азамат Ғәйнислам улы Ҡол­сора ауыл биләмәһенең йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул ауыл Советы депутаты ла, район кимәлендә үткәрелгән “Эшсе” конкурсында I урынды ла яуланы.


Вернуться назад